УН БЕР КҮЛ ТӨРКӨМӨ, Ағиҙел й. туғайындағы һаҙлыҡтар. Ғафури р‑ны Баҡраҡ, Урта Үтәш, Яҡтыкүл һәм Еҙем‑Ҡаран аа. тирәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡтар, майҙандары 26—147 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0—2,1 м. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Тал, ябай балан, ҡара ҡарағат, ат ҡуҙғалағы, бейек андыҙ, ҡаҙ үләне, мурт эт муйылы, һаҙ ҡырҡбыуыны, ябай кесерткән һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, мышы, төлкө, үр ҡуяны, ҡурпысыҡ, һаралйын, һоро торна һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018