УМЫРЗАЯ, 1) (Coronaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда һағыҙут үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы бураҙналы, төҙ, яңғыҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Тамыр яны розеткаһы япраҡтары оҙонса айырса формаһында, һабаҡ япрағы — ҡыяҡ йәки ланцет; бөтәһе лә осло, бер аҙ ҡытыршы. Сәскәһе ал, ҡайһы берҙә аҡ төҫтә, ҡапма‑ҡаршы ботаҡлы пирамида йәки ҡалҡан рәүешле кәүшәк һеперткеләрҙә урынлашҡан. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июнь—авг. өлгөрә. Һыубаҫар болондарҙа, һаҙлыҡситтәрендә үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Декоратив һәм баллы үҫемлек. 2) У. тип ш. уҡ һарыумырзаязатына ҡараған төрҙәрҙе атайҙар. 3) Сәскәселектә У. тип ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лихнис заты төрҙәрен атайҙар.

А.Ә.Мулдашев, С.С.Хайретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова