БАЛАҠАТАЙ МАЙ ҺӘМ СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ, 1969 й. Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а. Балаҡатай сыр з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1972 й. файҙаланыуға тапшырыла. 1976 й. алып Балаҡатай май-сыр комб‑ты, 1996 й. — “Б.м.һ.с.я.к.” ААЙ, 2004 й. ябыла. Комб‑т составына ҡабул итеү-аппарат, май яһау, айыртылмаған һөт продукцияһы, айыртылған ҡоро һөт, сыр, майонез етештереү һәм ярҙамсы цехтар ингән (1999). 1999 й. 185 кеше эшләгән; туң май, айыртылмаған һөт һәм майһыҙ һөт продукцияһы, айыртылған ҡоро һөт етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, Ҡаҙағстанға сығарылған.

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.