УЛТЫРТЫЛҒАН ЙЫРЫНҺЫҘА АҒАСТАРЫ, эрозия процестарының артабанғы үҫешенә юл ҡуймау өсөн булдырылған һаҡлағыс урман ағастары. У.й.‑һ.а. тупраҡты нығыта, уның йыуылыуына юл ҡуймай, ҡар иреүҙе һәм ер өҫтө аҡмаһын көйләй, йырындарҙың үҫемлектәр м‑н тәбиғи ҡапланыуына һәм файҙаланылмаған ерҙәрҙе хужалыҡ әйләнешенә индереүгә булышлыҡ итә. У.й.‑һ.а. һыҙабитләүҙәре һәм йылға үҙәндәренең ҡалҡыу ситенән түбәнерәк урынлаштырыла. Ағастар йырын һәм һыҙа битләүҙәре, төптәре буйлап йырын яны һәм һыҙа яны урман һыҙаттарын сәскәндән һуң 2—3 йыл үткәс ултыртыла. Йырындарҙың кәҫләнмәгән битләүҙәренә америка сағаны, ябай гөлйемеш һ.б.; йырын һәм һыҙаларҙың төбөнә ағас һәм ҡыуаҡ һымаҡ талдарҙың, бәлзәмле тирәктең һ.б. ҡаҙыҡтарын һәм һабаҡсаларын ултырталар. 20 б. 70—80‑се йй. Башҡортостанда тәүге тапҡыр Урман тәжрибә станцияһы (Ю.Ф.Косоуров һ.б.) һәм Туймазы тәж.‑үрнәк урман хужалығы (Н.Ф.Морозов, И.С.Юлашев һ.б.) хеҙм‑рҙәре тарафынан эрозияланған текә битләүҙәрҙә террасалап ағас ултыртыу һәм йырын‑һыҙа системаларын комплекслы үҙләштереү технологияһы файҙаланыуға индерелә. 70‑се йй. уртаһынан Аграр университетта (Р.Ғ.Ситдиҡов, Ә.Ф.Хәйретдинов) У.й.‑һ.а. эргәләге ерҙәргә йоғонтоһо өйрәнелә. 1971—84 йй. респ. яҡынса 37,2 мең га У.й.‑һ.а. булдырыла, 2006— 13 йй. — 1050 га. У.й.‑һ.а. һәм текә битләүҙәрҙә ултыртылған ағастарҙың дөйөм майҙаны 54,8 мең га тәшкил итә (2013). Шулай уҡ ҡара: Ағас үрсетеү.

Әҙәб.: Рекомендации по защитному лесоразведению в Башкирской АССР. Уфа, 1976; К о с о у р о в Ю.Ф. Мелиоративно‑хозяйственное освоение эродированных овражно‑балочных и крутосклонных земель в Башкирии. Уфа, 1996; Н а б и у л л и н Р.Г., Х а й р е т д и н о в А.Ф. Оптимизация воспроизводства почвенного плодородия на облесённых полях Белебеевской возвышенности. М., 2006.

К.М.Ғәбдрәхимов, А.Ш.Тимерйәнов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018