УЛТЫРМАЛАР (геол.), боронғо ултырма ҡатламдар (тау тоҡомдары) һәм хәҙерге кәүшәк ултырма тоҡомдар. Термин тоҡомдар комплексының стратиграфияһын йәки йәшен билдәләү (мәҫ., өфө ярусы У.), уларҙа булған файҙалы ҡаҙылмаларҙы теркәү (нефтле, күмерле У.), барлыҡҡа килеү ысулын (аллювиаль, күл, ел У.) күрһәтеү өсөн ҡулланыла. БР терр‑яһы йәше (өҫкө протерозой—өҫкө пермь) һәм барлыҡҡа килеүе (диңгеҙ, диңгеҙ ҡултығы, континенталь) төрлө булған, цементлап берләштерелгән боронғо У. тора, улар мезозой—кайнозойҙың кәүшәк ултырма тоҡомдар япмаһы м‑н ҡапланған.

П.Н.Швецов

Тәрж. И.М.Япаров