УҠЫУ‑УҠЫТЫУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә бер нисә губернаның уҡыу йорттарынан урындағы идара системаһын ойошторған уҡытыу‑адм. бүлексәләр. “Халыҡ мәғарифының яҡынса ҡағиҙәләре”нә (1803) ярашлы булдырыла. 6 У.‑у.о. була, 20 б. башында — 12. Университеттар эргәһендәге училище ком‑ттарына, 1835 й. алып Халыҡ мәғарифы министрлығына буйһона. Ҡарамаҡтарында попечителлек советтары, округ инспекторҙары, халыҡ уч‑щеларының губ. дирекциялары, губ. һәм өйәҙ училище советтары булған попечителдәр тарафынан идара ителә. 1918 й. бөтөрөлә.

Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы — Ҡазан У.‑у.о., 1874 й. башлап Ырымбур У.‑у.о. инә, уның составында ш. уҡ Пермь губернаһы, Урал һәм Турғай өлк. була. 1871 й. Ҡазан У.‑у.о. татар, башҡ., ҡаҙаҡ мәктәптәре инспекторы вазифаһы индерелә (беренсе инспектор — В.В.Радлов), 1875 й. ш. уҡ Ырымбур У.‑у.о. булдырыла (В.В.Катаринский). “Вестник Оренбургского учебного округа”, “Циркуляр по Оренбургскому учебному округу” (“Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округы буйынса циркуляр”; 1875—1911) һ.б. нәшер ителә. Ырымбур У.‑у.о. идаралығы Ырымбур ҡ., 1907 й. алып Өфөлә урынлашҡан. Ҡазан У.‑у.о. попечителдәре: С.Я.Румовский (1803 й. алып), М.А.Салтыков (1812 й. алып), М.Л.Магницкий (1819 й. алып), М.Н.Мусин‑Пушкин (1827 й. алып), Н.И.Лобачевский (1845 й. алып), В.П.Молоствов (1847 й. алып), Ф.Ф.Веселаго (1857 й. май—нояб.), Е.А.Грубер (1857 й. алып), П.П.Вяземский (1859 й. алып), Ф.Ф.Стендер (1862 й. алып), П.Д.Шестаков (1865—83) һ.б.; Ырымбур У.‑у.о.: П.А.Лавровский (1874 й. алып), В.Н.Даль (1880 й. алып), Х.П.Сольский (1882 й. алып), Д.С.Михайлов (1885 й. алып), И.Я.Ростовцев (1889 й. алып), Н.Ч.Зайончковский (1904 й. алып), Н.А.Бобровников (1906 й. алып), А.В.Никитский (1908 й. алып), Ф.Н.Владимиров (1910 й. алып), Н.И.Тихомиров (1913 й. алып), В.А.Гордлевский (1917).

Әҙәб.: Памятная книжка Оренбургского учебного округа на 1910 год. Уфа, 1910.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина