УҠЫТЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ, пед. йәмәғәтселектең ойошоу формаһы. Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем Халыҡ мәғарифы министрлығының “Башланғыс халыҡ училищеларында уҡыусылар съездары тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр”енә (1899) ярашлы, үткәрелгән. Беренсе Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы Мәскәүҙә 1872 й. була.

Өфө губернаһында Өфө губ. земство башҡармаһы кәңәшмәһе (1911 й. 23—25 майы) тәүге У.с. була. Халыҡ мәғарифы б‑са 1‑се Бөтә Рәсәй дөйөм земство съезында (Мәскәү, 1911 й. 16—30 авг.) тәҡдим ителгән мосолмандарҙың дөйөм башланғыс белем алыуы концепцияһы тикшерелә. Өфө губ. халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре (1917 й. 5—10 майы), мәғариф хеҙм‑рҙәренең өйәҙ съездары, ш. иҫ. Бәләбәй (21—27 апр.) һәм Златоуст (18—25 май) съездары, үтә. Совет мәктәбенең төп принциптары һәм сәйәси бурыстары 1‑се Бөтә Рәсәй мәғариф съезында билдәләнә (Мәскәү, 1918).

1-се Бөтә башҡорт халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре съезы 1919 й. дек. – 1920 й. ғин. Стәрлетамаҡ ҡ. була. Мәктәптән тыш тәрбиә, мәктәпкәсә белем биреү, наҙанлыҡты бөтөрөү, 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү һәм уҡыу программалары эшләү, Халыҡ мәғарифы ин‑тын ойоштороу (ҡара: Уҡытыусылар институты) мәсьәләләре ҡарала. Съезд эшендә А.Ә.Айҙаров, Богданов, Йосопов, Сафин һ.б. ҡатнаша. Рәйесе —Сафин, Х.Й.Йомағолов.

БАССР 1-се У.с. Ф.Х.Мостафина инициативаһы б‑са 1955 й. 18—20 авг. Өфөлә үткәрелә. БАССР мәктәптәрендә уҡытыу‑тәрбиә эшенең торошо һәм уны яҡшыртыуҙың артабанғы саралары т‑да доклад тыңлана (Мостафина). Уҡыусыларҙың өлгәше, мәктәптәрҙең матди хәлен нығытыу һ.б. б‑са мәсьәләләр тикшерелә. Съезд эшендә ш. уҡ РСФСР мәғариф министры урынбаҫары Л.В.Дубровина, БАССР МС рәйесе урынбаҫары С.Ф.Сәйетбатталов, Ш.Х.Чанбарисов һ.б. ҡатнаша. Рәйестәре — Мостафина, КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары Х.С.Сайранов.

2-се У.с. 1957 й. 23—27 сент. үтә. Мәктәптә политехник уҡытыу бурыстары һәм уҡыусыларға коммунистик тәрбиәне көсәйтеү т‑да доклад тыңлана (Мостафина). Уҡыусыларҙың производство практикаһын ойоштороу, пед. кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре тикшерелә, респ. мәктәптәре араһында 1957—58 йй. уҡыу йылына иң яҡшы әҙерлек б‑са социалистикярышҡа йомғаҡ яһала һ.б. Съезд эшендә РСФСР мәғариф министры урынбаҫары Ф.С.Максименко, ТАССР мәғариф министры А.Г.Вәлиуллина, Сыуаш АССР‑ы мәғариф министры урынбаҫары А.С.Отачкин, БАССР эске эштәр министры И.А.Кожин һ.б. ҡатнаша.

3-сө У.с. 1959 й. 8—10 дек. үтә. Коммунизм төҙөүҙең хәҙ. этабындағы мәктәптең торошо һәм уҡытыусыларҙың бурыстары т‑да доклад тыңлана (Мостафина). Уҡыусыларҙы тәрбиәләү б‑са мәктәптәрҙәге комсомол һәм пионер ойошмаларының эше тикшерелә, мәктәптәр араһында 1959—60 йй. уҡыу йылына әҙерлек б‑са социалистик ярышҡа йомғаҡ яһала. Съезд эшендә ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары Р.Х.Миһранов, ш. уҡ Сәйетбатталов һ.б. ҡатнаша.

4-се У.с. 1964 й. 5—7 февр. үтә. Республикала балаларға коммунистик тәрбиә биреү торошо һәм уны яҡшыртыу саралары т‑да доклад тыңлана (Ф.В.Солтанов). Рәйестәре — З.Ш.Аҡназаров, Мостафина, Солтанов.

5-се У.с. 1967 й. 7—8 дек. үтә. Республика халыҡ мәғарифының 50 йылдағы торошо һәм мәктәптәр эшен артабан яҡшыртыу саралары т‑да доклад тыңлана (Мостафина). Съезд эшендә Ғ.Й.Рамаҙанов, Чанбарисов һ.б. ҡатнаша.

6-сы У.с. 1969 й. 29—30 окт. үтә. В.И.Лениндыңтыуыуына 100 йыл тулыуға әҙерлеккә бәйле уҡытыусыларҙың һәм халыҡ мәғарифы органдарының бурыстары (Т.И.Ахунйәнов), респ. ауыл мәктәптәрендә эштәр торошо һәм уларҙы яҡшыртыу саралары (Мостафина), вуз һәм мәктәптәр дуҫлығы (Чанбарисов) т‑да һ.б. докладтар тыңлана.

7-се У.с. 1978 й. 30 мартында үтә. Республика халыҡ мәғарифы органдарының һәм мәктәптәренең бурыстары т‑да доклад тыңлана (БАССР мәғариф министры С.Ш.Йыһаншин). Съезд эшендә Ахунйәнов, Ә.М.Мирзаһитов, Солтанов, М.З.Шакиров һ.б. ҡатнаша.

8-се У.с. 1987 й. апр. үтә. Үҙгәртеп ҡороу юлында мәктәптең торошо (С.Ғ.Сөләймәнова), эшсе алмашты заманса талаптар кимәлендә әҙерләү т‑да (БАССР‑ҙың проф.‑техник белем биреү б‑са Дәүләт ком‑ты рәйесе Г.В.Сабитов) докладтар һ.б. тыңлана.

9-сы БР У.с. 2001 й. 12—13 ғин. үтә. БР‑ҙа мәғариф системаһының хәҙ. торошо һәм үҫеш перспективалары т‑да доклад тыңлана (БР халыҡ мәғарифы министры Ғ.М.Мөхәмәтйәнова). Милли белем биреү, ауыл мәктәптәре, мәғариф системаһын кадрҙар м‑н тәьмин итеү мәсьәләләре һ.б. тикшерелә. Съезд эшендә БР Президенты М.Ғ.Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б.Толкачёв, БР премьер‑министры урынбаҫары Х.Х.Ишморатов, РФ мәғариф министрының 1‑се урынбаҫары А.Ф.Киселёв, ш. уҡ Р.Ғ.Буканова, М.Кәрим һ.б. ҡатнаша. Съезда БР мәғариф системаһы үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнә: быуындарҙың тарихи күсәгилешлеген тәьмин итеү, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, балаларҙы һәм йәштәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү һ.б.

10-сыУ.с. 2010 й. 25—26 мартында үтә. БР Президенты Рәхимов, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Мәғарифта дәүләт сәйәсәте департаменты дир. И.М.Реморенко, БР мәғариф министры З.А.Аллаяровтың докладтары тыңлана. Йәштәрҙе тәрбиәләү, полиэтник мөхиттә туған һәм дәүләт телдәренә уҡытыу, уҡытыусының проф. компетентлылығы, белем сифатын баһалау системаһын камиллаштырыу проблемалары һ.б. тикшерелә. Съезд эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Р.С.Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Толкачёв, ш. уҡ Р.М.Әсәҙуллин һ.б. ҡатнаша. Съезда БР мәғариф системаһы үҫешенең төп бурыстары билдәләнә: уҡытыусы профессияһының абруйын һәм соц. статусын күтәреү, дөйөм белем биреүҙе модернизациялау б‑са ғәмәлдәр планын эшләү, белем сифатын баһалауҙың һөҙөмтәле системаһын булдырыу һ.б.

Р.З.Алмаев, Л.Ш.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина