УҠЫТЫУСЫЛАР КАДРҘАРЫ, дөйөм һәм проф.‑техник мәғариф системаһының төп (штаттағы) квалификациялы хеҙм‑рҙәре составы. Башҡортостанда У.к. формалашыуы дини һәм дәүләт урыҫ телле проф. уҡыу йорттары барлыҡҡа килеү м‑н бәйле (ҡара: Дини белем биреү, Педагогик белем биреү). Уҡытыусылар әҙерләү Халыҡ мәғарифы министрлығы, Императрица Мария учреждениелары ведомствоһы, Изге Синод һ.б. ҡарамағында була. Ырымбур губернаһында 1848 й. мәхәллә училищеларында — 17, өйәҙ училищеларында —48, Өфө ир балалар гимназияһында – 24 уҡытыусы; Өфө губернаһында 1866 й. шуға ярашлы 19, 21 һәм 23 уҡытыусы була. 1880 й. Өфө губ. башланғыс мәктәптәрҙә эшләгән 78 ҡатын-ҡыҙ уҡытыусының — 50‑һе (64,1%), 162 ир-ат уҡытыусының 35‑е (21,6%) урта йәки махсус педагогия белемле була. 1913 й. башланғыс мәктәптәр уҡытыусыларының — 15,5%, 1916 й. 18,1% педагогик белемле була. Пед. экстернат практикаһы ҡулланыла. 1918 й. Өфө губ. — Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге, 1919 й. Бәләкәй Башҡортостанда Башҡортостан Мәғариф ХК (1922 й. алып БАССР Мәғариф ХК) ойошторола. 1920 й. Өфө губ. 1 меңдән ашыу кеше 13 торама пунктта эшләгән пед. курстарҙа уҡый. 1920 й. башлап урта профессиональ белемле белгестәрҙе әҙерләүпедагогия техникумдарында (педагогия училищелары итеп үҙгәртелә), 1929 й. — юғары белемле белгестәрҙе — Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында, 1930 йй. алып ш. уҡ уҡытыусылар институттарында, Өфө сит телдәр институтында тормошҡа ашырыла. 1930 й. уҡытыусыларҙың 34,7%‑ы — башланғыс белемле (башҡорттар һәм татарҙар араһында — 72%), 65,3% — урта, 13,3% юғары белемле була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындареспубликаның пед. вуздары мәктәптәр өсөн 731 белгес әҙерләп сығара (пед. уч‑щелар тамамлаусылар м‑н бергә – 3 меңдән ашыу кеше). Республиканың мәғариф өлкәһенә 2 меңдән ашыу эвакуацияланған уҡытыусы йәлеп ителә. 1946—56 йй. СССР ордендары һәм миҙалдары м‑н 4234 уҡытыусы бүләкләнә, 262 кешегә — РСФСР һәм БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, 467 кешегә РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, улар араһында Л.А.Галанова, В.Ф.Евлампиева, Г.С.Розенблюм. 1958 й. уҡытыусыларҙың — 18%‑ы, 1965 й. — 26,3%‑ы, 1977 й. — 75,8%‑ы, 1990 й. — 70,5%‑ы, 2005 й. 79,4%‑ы юғары белемле була. 2008 й. көндөҙгө дөйөм белем биреү учреждениелары У.к. дөйөм һаны — 52,2 мең кеше, шуларҙан уҡытыусыларҙың 82%‑ы юғары проф. белемле; 10,3 мең юғары белемле, 2 меңдән ашыу урта махсус белемле педагог сығарылған. У.к. эшмәкәрлеге “Мәғариф тураһында” (1992) БР Законы м‑н көйләнә. “Мәғариф” милли проекты (2006 й. алып), 2009—13 йй. Республика мәғарифты үҫтереү программаһы, 2010—12 йй. “Башҡортостан Республикаһының педагогик кадрҙары” республика маҡсатлы программаһы һ.б. тормошҡа ашырыла. Уҡытыусылар съездары үткәрелә; йыл һайын проф. оҫталыҡ конкурстары ойошторола (ҡара: “Йыл уҡытыусыһы”). Дөйөм белем биреү учреждениеларында 1200‑гә яҡын пед. хеҙм‑рҙең маҡтаулы исеме бар, ш. иҫ. Л.Ҡ.Әғәҙуллинаға, М.И.Баһауетдиноваға, Р.Г.Хазанкинға, Е.В.Фоминаға БР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (2007 й. булдырылған) исеме бирелгән, 40‑ҡа яҡын кеше – РФ‑тың атҡ. уҡытыусыһы, 600‑ҙән ашыу кеше – БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы, 70‑кә яҡын кеше – БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2009).

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в ХХ веке. Уфа, 2001; Алмаев Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

И.Н.Байышев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина