УҠЫТЫУҘЫ ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯЛАУ, белем биреүҙе уҡыусыларҙың ынтылыштарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм һәләттәрен иҫәпкә алып ойоштороу формаһы. Рәсәйҙә 1920 йй. башынан У.д. төрлө формалары һәм төрҙәре (айырым предметтарҙы төплө өйрәнеү, ҡыҙыҡһыныу б‑са кластар, һөнәри йүнәлеш биреү һ.б.) индерелә. 1980 йй. аҙ. урта дөйөм белем биреү мәктәбендә У.д. концепцияһы эшләнә. У.д. хәҙ. заман системаһы база белем м‑н берлектә шәхескә соц. һәм һөнәри яҡтан үҙен табыу мөмкинлеген бирә. Мәктәптәрҙә башлыса һәләт, һәләтһеҙлек, ҡыҙыҡһыныуҙар б‑са У.д. һынау үткәрелгән. Һәләте б‑са У.д. барышында уҡыусылар, айырым фәндәргә һәләттәрен, өлгәш кимәлен иҫәпкә алып, тәғәйен программаларға ярашлы, кластарға бүленә; үтә һәләтле балалар урта махсус мәктәптәрҙә (музыка художество, хореография һ.б.) уҡытыла. Һәләтһеҙлек б‑са У.д. психик үҫешендә тотҡарлыҡтар булған һәм уҡыуҙа, мәктәп тормошона ҡулайлашыуҙа ауырлыҡтар кисергән балалар өсөн коррекциялаусы‑үҫтереүсе уҡытыу инә (ҡара: Коррекция педагогикаһы, Коррекция мәктәптәре). Өлгәшмәгән һәм педагогик йәһәттән артта ҡалған уҡыусылар өсөн тигеҙләү һәм компенсациялаусы уҡытыу кластары ойошторола (ғәҙәттә 2—3 йылға), уларҙың маҡсаты — уҡырға ынтылыш уятыу һәм белемдең үҙләштерелмәй ҡалған өлөштәрен бөтөрөү. Ҡыҙыҡһыныуҙар б‑са У.д. предметтарҙы төплө өйрәнеү, профилле уҡытыу инә. БР‑ҙа У.д. системаһы б‑са башлыса гимназиялар, лицейҙар һ.б. инновацион типтағы мәктәптәр, мәҫ., Аҡъяр урта мәктәбе №1, Кушнаренко р‑нының Әхмәт лицейы, Өфө р‑нының Булгаков лицейы, Кушнаренко урта мәктәбе №1, Талбазы лицейы, 6‑сы Сибай урта мәктәбе, 39‑сы, 61‑се, 140‑сы Өфө гимназиялары һ.б., эшләй. 5‑се Өфө лицейында уҡытыу һәләттәр б‑са дифференциациялауға һәм уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иртә асыуға йүнәлтелгән. Белорет лицей‑интернатында 1‑се класс өсөн мәктәпкәсә белем биреүҙең булмауын компенсациялаған үҫтереүсе программа эшләй. 103‑сө Өфө урта мәктәбендә ғәҙәттәге кластар, айырым предметтарҙы төплө өйрәнгән кластар, коррекциялаусы‑үҫтереүсе уҡытыу кластары; ҡыҙыҡһыныуҙар б‑са факультативтар, махсус курстар һ.б. ойошторолған. Сибай лицейында №9 Ә.З.Рәхимов етәкс. 1991—97 йй. “Дифференциациялы уҡытыуҙың психологик‑педагогик системаһы” пед. экспериментты уңышлы үткәрелгән. Һәләттәр б‑са У.д. үҫтереүсе система б‑са эшләгән уҡытыусылар, мәҫ., Р.Г.Хазанкин, Н.К.Крупская ис. пр. лауреаты П.В.Чигрик (39‑сы Өфө гимназияһы) һ.б. ҡуллана. У.д. нигеҙләнгән В.П.Суховтың география, С.Т.Һатыбалдинаның химия һ.б. дәреслектәре БР‑ҙың һәм РФ‑тың дөйөм белем биреү мәктәптәренең уҡыу программаһына индерелгән.

Әҙәб.: Ш а х м а е в Н.М. Общественная необходимость и педагогическая целесообразность дифференцированного обучения старших школьников. М. 1970; Инновационные преобразования в столичных школах: опыт становления, перспективы развития. Уфа, 1999.

Ә.С.Ғаязов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018