Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/B/BELOKATAI_zakaznik.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/B/BELOKATAI_zakaznik.jpg'

БАЛАҠАТАЙ ЗАКАЗНИГЫ. 1963 й. һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а. төньяҡ-көнсығышҡа табан Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 8,2 мең га, терр‑яның 61,1%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы убалар теҙмәһенән торған тигеҙһеҙлек. Саған, йыла, имән ҡатыш уҫаҡ һәм ҡайын урмандары таралған; ҡарт ҡарағайлыҡтар бар. Ташлы битләүҙәрҙе бүтәгәле, ҡылғанлы һәм ҡыуаҡлы далалар биләй. Аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, бүре, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, ҡарағош, һөмәй, европа шәшкеһе, европа бәрҙеһе, зөгәй һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика