УҠЪЯПРАҠ (Sagittaria), көтөүсе ҡумыҙы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, башлыса Америкала, Евразияла таралған. Башҡортостанда ябай У. үҫә. Бер өйлө күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 30–100 см. Тамырһабағы ҡыҫҡа, суҡлы, остарында бүлбегә оҡшаш бөрөләре булған оҙонса үренделәре бар. Сәскә һабы 3 ҡырлы. Япрағы тамыр яны розеткала урынлашҡан: һыу өҫтө – ланцет, овал йәки уҡ формаһында, һаплы; һыу аҫты – ҡыяҡлы, тупаҡ, үтә күренмәле, параллель тамырсыҡтар м‑н, ултырма; йөҙөүсе япраҡтары – оҙонса‑ланцет, йомортҡа йәки эллипс формаһында, оҙон һаплы. Сәскәһе аҡ, төбө ҡуйы шәмәхә төҫөндә, ос япраҡтары ҡуйынында 3‑әрләп йыйылған, инә сәскәләр (1–2 аҫҡы суҡты тәшкил итә) – ҡыҫҡа, аталары оҙон сәскә һаптарында урынлашҡан. Суҡтары һирәк тәлгәшкә йыйылған. Июнь–авг. сәскә ата. Емеше – күп сәтләүекле, авг.–сент. өлгөрә. Йылғаларҙың, күлдәрҙең, быуаларҙың һай урындарында үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Составында дитерпеноидтар, стероидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Мал аҙығы үҫемлектәре (сусҡалар, ондатралар, һыу ҡоштары өсөн); бүлбегә оҡшаш бөрөләре ашарға яраҡлы.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Ябай уҡъяпраҡ(Sagittaria sagittifolia)