ТЫРНАҒУТ (Hieracium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 меңдән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған өлкәләрендә, башлыса Европала, Кавказда һәм Азияның көнбайыш райондарында таралған. Башҡортостанда яҡынса 15 төрө — альп Т., аҡ һеңерле Т., сәнскеле Т., үтә күренмәле Т. үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы, башлыса облигат апомиктик үләндәр, ҡайһы берҙә түшәлеүсән ер өҫтө йәки йәйелеүсән ер аҫты үренделәре бар, ябай, биҙле һәм йондоҙ рәүешле төктәре бар. Һабаҡтары ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге 5 — 100 см. Япраҡтары бөтөн ситленән алып ҡаты киртләслегә тиклем, ҡайһы берҙә аҫҡы өлөшөндә айырсалы йәки айырым; һабаҡ япраҡтары — күп, һирәгерәк бер нисә бөртөккә тиклем редукцияланған (тамыр яны розеткаһында бар) йәки бөтөнләй юҡ. Сәскәләре һарғылт, телсәле, ике енесле. Кәрзиндәре яңғыҙарҙан алып күп һанлыға тиклем, дөйөм сәскәлектәргә (суҡ, һепертке, ҡалҡансыҡ һ.б.) йыйылған. Май—авг. сәскә ата. Емештәре — ике рәтле өлпөлө орлоҡса, июнь—авг. өлгөрә. Вайян Т., онега тырнағуты һ.б. — болондарҙа; бесәй кәбеҫтәһе, ағыулы тырнағут һ.б. далала респ. бөтә терр‑яһында; Крылов Т., Шелль тырнағуты — ҡара ылыҫлы тау урмандарында; альп Т., ирәмәл тырнағуты — тау тундраһында; шифалы Т. һирәкләп БР‑ҙың төньяғында ҡомло тупраҡлы ҡарағай урмандарында һәм уларҙың ситтәрендә үҫә. Буяусы, декоратив үҫемлектәр, мал аҙығы үҫемлектәре, баллы үҫемлектәр. Бесәй кәбеҫтәһе, ағыулы Т. һ.б. составында алкалоидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова