УКРАИН ӘҘӘБИӘТЕ. У.ә. м‑н башҡорт әҙәбиәтенең үҙ‑ара әүҙем мөнәсәбәттәре Б.В. һуғышы осоронда башлана һәм 1941 й. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының, Украина ССР‑ы Яҙыусылар союзының һ.б. ойошмаларҙың Өфөгә эвакуацияланыуына бәйле. Украина ССР‑ы Яҙыусылар союзы нәшриәте тарафынан “Фронт һәм тыл” серияһында берлектә “Ураҡ өҫтө” шиғырҙар йыйынтығы һәм С.Ҡудаштың “Әсә һүҙе” шиғырҙар һәм поэмалар китабы (икеһе лә — 1942; украин телендә), А.Е.Корнейчук, И.А.Кочерга, П.Панч, Ю.И.Яновскийҙың һ.б. художестволы һәм публицистик әҫәрҙәре баҫтырыла. 1940 йй. Өфөлә “Украинска литература” (“Украин ә .әбиәте”), “Украина в огне” (“Украина утта”) ж., “Литература и мистецтво” (“Әҙәбиәт һәм сәнғәт”) гәз. украин телендә нәшер ителә, уларҙың биттәрендә украин, ш. уҡ башҡ. шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫыла. 1943 й. ғин. Өфөлә Украина ССР‑ының 25 йыллығына арналған Украина ССР‑ы Яҙыусылар союзының пленумы үтә. О.Гончар, П.Панч, М.Нагнибеда, Н.С.Рыбак, М.Ф.Рыльский, В.Н.Сосюра, П.Тычина һ.б. ижадында башҡ. тематикаһы сағылыш таба. Был яҙыусыларҙың, ш. уҡ Л. Украинка, И.Я.Франко, Т.Г.Шевченко һ.б. әҫәрҙәре башҡ. теленә тәржемә ителгән (тәржемәселәре — Б.Бикбай, Х.Т.Бикҡолов, Ғ.Ғүмәр, С.Кулибай, М.Сөндөклө, Ғ.Әмири һ.б.). Украин яҙыусыларының 1954 й. башҡ. телендә “Украина” исемле әҫәрҙәр йыйынтығы сыға. Б.Бикбай, Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Ғафури, Х.Ғиләжев, М.Кәрим һ.б. башҡ. яҙыусыларының айырым әҫәрҙәре украин теленә тәржемә ителгән. 1954 й. Корнейчуктың “Платон Кречет” пьесаһы б‑са Башҡорт драма театрында спектакль (реж. Б.Ғ.Имашев) ҡуйыла, 1967 й. Опера һәм балет театрында украин комп. Ю.С.Мейтустың “Ағалы‑ҡустылы Ульяновтар” (“Братья Ульяновы”; А.Васильева һәм Д.Павлычко либреттоһы) операһының премьераһы була. 1979 й. 24—30 июнендә Башҡортостанда У.ә. аҙналығы була. Украин‑башҡ. әҙәбиәте бәйләнешенең үҫеше ике халыҡ мәҙәниәтенең үҙ‑ара байыуына килтерә.

Әҙәб.: С а ф у а н о в С.Г. Межнациональные связи башкирской литературы. М., 1979; Взаимосвязи башкирской литературы с литературами народов СССР: библиогр. указ. в 2 ч. Ч.2. Уфа, 1987; Украина — Башкортостан: связь времён. Уфа, 2001.

Г.Ф.Хажиева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.