УЙТАШ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы р‑ны Аҙнаш а. эргәһендә урынлашҡан. Абс. бейеклеге 874,5 м. Формаһы конус рәүешендә. Ашалыу йоғонтоһонда рельефында ҡалдыҡ тауҙар барлыҡҡа килгән. Өҫкө рифейҙың ҡурташ свитаһы кварциттарынан, мусковит‑кварцлы һәүерташтарынан тора. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан ғибәрәт. Эндемиктар — Гмелин һыйыртеле, пермь аҡ умырзаяһы һәм урал ҡамғағы; реликттар — гибрид кәрләс һәм ялған яран осрай.

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Илл.: Уйташ тауы