УЙМАҠ СӘСКӘ (Digitalis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ Африкала, Европала, Кесе Азияла, Көнбайыш Себерҙә һәм Кавказда таралған. Башҡортостанда эре сәскәле У.с. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, өҫкө өлөшөндә биҙле төктәре бар, бейеклеге 60—120 см. Япрағы асыҡ йәшел төҫтә, оҙонса‑йомортҡа йәки ланцет формаһында, осо осло, шыма йәки ваҡ бысҡы ситле, төклө; тамыр яны һәм аҫҡы һабаҡ япраҡтары төбөндә ҡанатлы һапсаға тиклем тарая, өҫкөләре — ултырма. Сәскәһе һары төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө булмаған ҡыңғырау формаһында, эре, һалынҡы. Сәскәлеге — оҙон, һирәк, бер яҡлы тәлгәш. Июнь–июлдә сәскә ата. Емеше йомортҡа формаһындағы ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Урмандарҙа, урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында, йышыраҡ Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Дарыу үҫемлеге, япраҡтарында йөрәк гликозидтары, сапониндар, флавоноидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Декоратив үҫемлек, ағыулы үҫемлек.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова