УЙЛАП ТАБЫУСЫЛАР ҺӘМ РАЦИОНАЛИЗАТОРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, уйлап табыусыларҙы, рационализаторҙарҙы, үҙешмәкәр авторҙарҙы, патент эйәләрен, ш. уҡ техник ижад үҫешенә булышлыҡ иткән юридик шәхестәрҙе берләштереү, уларҙың хоҡуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен яҡлау һәм һөнәри ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында ойошторолған Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Башҡортостандың У.т.һ.р.й. респ. йәмәғәт ойошмаһы Өфөлә 1958 й. Башҡ‑н ойошмаһы булараҡ асыла, 1991 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын ала. У.т.һ.р.й. Уставына ярашлы эшләй. Конференция (йыйылыш) ойошманың юғары органы булып тора, йыйылыштар араһында совет етәкселек итә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: пр‑тиеларға, ойошмаларға һәм физик шәхестәргә уйлап табыусылыҡ һәм рационализаторлыҡ өлкәһендә хоҡуҡи һ.б. төрлө ярҙам күрһәтеү; уйлап табыусылар һәм рационализаторҙарға һ.б. ижади мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм тормошҡа ашырыу өсөн ойоштороу, иҡт., соц. һәм хоҡуҡи шарттар тыуҙырыу. БР‑ҙа йыл һайын 100‑ҙән ашыу новатор рационализаторлыҡ тәҡдимдәре эшләүҙә ҡатнаша. 5,4 меңдән ашыу ижади хеҙм‑р “СССР‑ .ыңуйлап табыусыһы” тигән түшкә таға торған билдә м‑н бүләкләнгән, 400‑гә яҡын кеше “БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы” һәм “БР‑ҙың атҡаҙанған рационализаторы” тигән маҡтаулы исем алған. 2006 й. БР Волга буйы федераль округында уйлап табыуҙарға бирелгән ғаризалар һаны б‑са 3‑сө урын ала. 2007 й. БР Сәнәғәт, инвестициялар һәм инновацион сәйәсәт министрлығы м‑н Хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйыла. Рәйестәре: В.М.Красильникова (1970 йй. алып), Н.Н.Дагаев (1985 й. алып), Н.А.Аксёнов (1990 йй. алып), О.И. Кривная (2005 й. алып), Р.М.Әхмәтшин (2006 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018