УЙ, йылға, Тубыл й. (Обь й. басс.) һул ҡушылдығы. Учалы р‑ны Аҙнаш а. төньяҡ‑көнбайышҡа 11 км, Йомро сусаҡ тауынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. БР‑ҙың Учалы р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа, артабан Силәбе, Ҡурған өлк. һәм Ҡаҙағстан сиге буйлап көнбайышҡа ҡарай аға. Тубыл й. (тамағынан 420 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 420 км, БР сиктәрендә басс. майҙаны 720 км2, оҙонлоғо 42 км. Рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан тора, үҙәндәр м‑н йырғыланған. У. басс. кемпирсай‑войкар комплексы серпентиниттарынан, поляковка свитаһының эффузив, вулканоген‑ултырма ҡатламдарынан, ирәндек свитаһы, олотау свитаһы, моҡас свитаһының дүртенсел күл‑һаҙлыҡ һәм аллювиаль ултырмаларынан, ҡыҙыл свитаһы эзбизташтарынан, карбон һәм пермдең интрузив тоҡомдарынан ғибәрәт; урта ағымының дүртенсел ҡатламдарында алтын бар. Ландшафы аҡһыл һоро урман тау тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора. Үрге ағымында басс. 85%‑ын урман ҡаплаған, 1%‑ы һөрөлгән, түбәнге ағымында ошоға ярашлы — 30% һәм 8%. Ҡушылдыҡтары: уң — Кинйәкәй, Краснохта, Шартым; һул — Әсейылға.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.