УЙ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең үҙәгендә урынлашҡан. 1926 й. 4 нояб. ойошторолған. Майҙаны — 2637 км2. Адм. үҙәге — Уй ауылы. Районда 11 ауыл советы, 43 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 26,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 8,9% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Булат, Горки, Грибановка, Заозёрный, Зерновой, Мәһәҙей, Октябрьский, Речной һ.б.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева