ҮЗБӘКСТАН, Үзбәкстан Республикаһы, Урта Азияның үҙәк өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 447,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Ташкент. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 27,55 млн кеше (2008), 80,1%‑ы — үзбәктәр; 3,7 мең башҡорт йәшәй (2000). Рәсми тел – үзбәк теле. Диндарҙарҙың күпселеге – мосолман-сөнниҙәр.

БР һәм Ү. араһында бәйләнештәр РФ һәм Ү. араһындағы бәйләнештәр сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. БР һәм Ҡарағалпаҡстан Респ. (1936 й. алып Үзбәкстан составында) араһында иҡт. хеҙмәттәшлек принциптары т‑да, БР Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы һәм “Узоптбиржеторг” күмәртә һәм биржа сауҙаһы Үзбәкстан респ. акционерҙар ассоциацияһы араһында сауҙа-иҡт. хеҙмәттәшлек т‑да (икеһе лә — 1998), БР һәм Ү. Сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә (2009) ҡул ҡуйылған. Башҡортостанға — Ҡарағалпаҡстан Респ. хөкүмәте делегацияһының (1998), Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеүгә бәйле Ү. РФ‑тағы илсеһе етәкселегендә Ү. делегацияһының (2007), хакимиәт башлыҡтары һәм агросәнәғәт комплексы етәкселәре составында Ү. делегацияһының (2010); Ү. БР эшлекле даирәһе вәкилдәренең (2001, 2009) рәсми визиттары була. Ү. делегаттары 1—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ илдәре м‑н тышҡы сауҙа әйләнешендә Ү. өлөшө — 9,5% (2008). БР һәм Ү. араһында тышҡы сауҙа әйләнеше — 160,8 млн АҠШ доллары (2000 й. м‑н сағыштырғанда 8 тапҡыр күберәк). БР‑ҙың Ү. экспорты — 57,1 млн доллар (2000 й. — 12,5 млн доллар); уның тауар структураһында ағас эшкәртеү һәм целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте продукцияһы һ.б. өҫтөнлөк итә. Ү. импорт юл транспорты (т. юл һәм трамвайҙан тыш) һ.б. — 103,7 млн доллар (2000 й. — 7,4 млн доллар). 2000 й. берлектәге “УзБашЦентр” сауҙа-иҡт. үҙәге ойошторола. 2001 й. БР‑ҙа Ү. капиталы йәлеп ителгән 44 берлектәге предприятиеэшләгән.

Башҡортостандың Ү. м‑н күптәнге тарихи бәйләнештәре бар. Ҡайһы бер башҡ. ырыуҙары (мәҫ., бөрйән, түңгәүер, үҫәргән) этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығында Һырдаръяның түбәнге ағымына һәм Арал диңгеҙе буйына, 1‑се мең йыллыҡ аҙ. – 2‑се мең йыллыҡ башында Көньяҡ Уралға һәм Урал алдына күсеп киткән Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә ҡарай. Башҡорт-мишәр ғәскәре 1839—40 йй. Хиуа походында һәм Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнашҡан. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ы 1920 й. 19 майында “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декретын ҡабул иткәндән һуң, Башҡорт милли хәрәкәтенең күп кенә эшмәкәрҙәре Төркөстанда төрки халыҡтарҙың совет власына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушылған (ҡара: Баҫмасылыҡ). 1921—22 йй. Ташкентта АСБР‑ҙың Төркөстандағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге эшләгән (ҡара: Башҡорт вәкиллектәре). 1922 й. респ. Ташкенттан аҙыҡ-түлек ярҙамы килеп торған (ҡара: Аслыҡ). 1966—69 йй. БАССР төҙөүселәре Ташкенттағы ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Фирғәнә НЭЗ‑ында БР‑ҙа эшләнгән яйлатып кокслау, нефть коксын барабан мейесе м‑н ҡыҙҙырыу, айырым сепарация секцияһы м‑н колонна тибындағы нефть битумы етештереү, этилланмаған бензин алыу технологиялары ҡулланыла. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑ты һәм Үзбәк ССР‑ы Фәндәр академияһы ғалимдары дефолианттар эшләү б‑са берлектә тикшеренеүҙәр алып барған. “Востокнефтепроводстрой” һәм “Нефтепроводмонтаж” пр‑тиелары Бохара—Урал, Урта Азия—Үҙәк торба үткәргестәре һалыуҙа ҡатнашҡан.

Үзбәк яҙыусыһы А.Мөхтәрҙең әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән, Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Кәрим, М.Ғәли һ.б. әҫәрҙәре үзбәк телендә нәшер ителгән.  Ҡарағалпаҡ АССР‑ында БАССР Әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре (Нукус ҡ., 1976),  БАССР‑ҙа Ҡарағалпаҡ әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре (Өфө, 1977), Башҡ. совет әҙәбиәте көндәре (Ташкент, 1982) һ.б. үткәрелгән. Ү. Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Сибай филармонияһы, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Ҡурсаҡ театры, Опера һәм балет театры һ.б. гастролдәре булған. “Каруанһарай” башҡ. фольклор-эстрада төркөмө — “Шәреҡ ынйыһы” (“Жемчужина Востока”) халыҡ-ара конкурс-фестивале (Сәмәрҡәнд, 1998) лауреаты. Рәссамдар К.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ш.Имашева һ.б. эштәре Ү. ҡуйылған.

Ташкентта Башҡ. милли-мәҙәни үҙәге — Ә.Вәлиди ис. Ҡоролтай эшләй (1992 й. алып), урамдарҙың береһе Ә.Вәлиди исеме м‑н аталған (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов). БР‑ҙа 5145 үзбәк йәшәй (2002); 2003 й. башлап “Дустлик” үзбәк милли-мәҙәни үҙәге эшләй (ҡара: Милли-мәҙәни берекмәләр). Ү. тыуып үҫкән М.Р.Батырова, Р.Б.Вәлитов, Р.С.Вәхитов, Д.М.Ғиләжетдинов, У.М.Джемилев, Х.Ә.Ишбулдин, Ф.Х.Камилов, Ю.Б.Монаков, Р.Т.Нәсибуллин, В.Т.Рәхимова, И.С.Романов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика