УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫ, бер йыллыҡ а.х. үҫемлектәре, уларҙың нормаль үҫеше өсөн 30 — 70 көн дауамында түбән т‑ралар (0 — 10°С) тәьҫире мөһим. У.к. көҙ көнө, тотороҡло һыуыҡтар башланғанға тиклем 50 — 60 көн ҡалғас ултыртыла, уңышы киләһе йылда йыйып алына. 2 вегетация осоро бар: көҙгө осорҙа (40 — 45 көн) тамыр системаһы һәм вегетатив ағзалары формалаша, яҙғы‑йәйге осорҙа (75 — 100 көн) генератив ағзалары үҫешә. У.к. иген культуралары (ужым бойҙайы, арышы, арпаһы, тритикалеһы), май биреүсе культуралар (ужым рапсы, шипкән), ҡуҙаҡлы иген культуралары (ужым кәрешкәһе) инә. У.к. башлыса йылы ҡыш һәм тотороҡло ҡар япмаһы булған райондарҙа үҫтерелә. Яҙғы культуралар м‑н сағыштырғанда улар уңдырышлыраҡ, сөнки яҙғы дым запастарын һәм тупраҡтың туҡлыҡлы матдәләрен яҡшыраҡ үҙләштерә, яҙғы культуралар өсөн яҡшы элгәрҙәр булып тора, уларҙы үҫтереү яҙғы сәсеү һәм йыйып алыу эштәренең көсөргәнешлеген кәметә. У.к. йәшел мал аҙығы алыу өсөн аралыҡ культуралары булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда ужым арышы, бойҙайы, кәрешкәһе һәм тритикалеһы үҫтерелә. Ужым арышы үҫтереүҙең төп зоналары — көньяҡ урман‑дала зонаһы, төньяҡ урман‑дала зонаһы, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы һәм Урал алды дала зонаһы, ужым бойҙайыныҡы — көньяҡ урман‑дала һәм Урал алды дала зоналары. Респ. У.к. сәсеү майҙандары яҡынса 555 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. ужым арышы — 395 мең га, ужым бойҙайы — 107 мең га, ужым тритикалеһы — 25 мең га (2013).

Әҙәб.: И с м а г и л о в Р.Р., Н у р л ы г а я н о в Р.Б., В а н ю ш и н а Т.Н. Качество и технология производства продовольственного зерна озимой ржи. М., 2001; И с м а г и л о в Р.Р., Г а й ф у л л и н Р.Р., Б а х т и з и н Н.Р. Озимая пшеница в Башкортостане. Уфа, 2006.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018