ҮҘӘК ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Архангел, Благовещен, Бөрө, Иглин, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Мишкә, Өфө, Шишмә административ райондарын, Благовещен, Бөрө, Өфө ҡҡ. берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны 19215 км2 (БР майҙанының 13%‑ы). 2008 й. халыҡ һаны 1457,6 мең кеше (респ. халҡы һанының 35,8%‑ы), 1990–2002 йй. 0,1%‑ҡа артҡан (БР б‑са – 4,1%-ҡа). Өфө сәнәғәт узелы тармаҡ структураһын һәм производствоны махсуслаштырыуҙы билдәләй. Төбәктә БР иҡт. потенциалының 42,6%‑ы тупланған, респ. сәнәғәт продукцияһының 39,7%‑ы етештерелә (иҡт. төбәктәр араһында сәнәғәт етештереүҙе үҫтереү кимәле б-са 1‑се урынды биләй; ҡара: табл.): яғыулыҡ сәнәғәте өлөшө – 38,9%, химия сәнәғәте – 20,4, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү – 20,3, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте – 11, ағас эшкәртеү сәнәғәте – 2,2, төҙөлөш материалдары сәнәғәте – 1,9, еңел сәнәғәт –0,7, ҡара металлургия 0,6% тәшкил итә. Ауыл хужалығы ерҙәре һәмһөрөнтө ерҙәр (БР б‑са %‑тарҙа) – 14,3 һәм 15,0; һыйыр малы – 14%, сусҡа – 13, һарыҡ һәм кәзәләр – 11% тәшкил итә. Дөйөм респ. а.х. продукцияһы күләменең 17%‑ы: игендең – 12%‑ы, картуфтың – 34, асыҡ тупраҡта үҫтерелгән йәшелсәнең – 24,4, һөттөң 15%‑ы етештерелә. Мал һәм ҡош ите һатыу респ. һатылғандың 20%‑ын, йөн 79%‑ын тәшкил итә. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо – 1378,5 км (дөйөм респ. күләменең 19,1%‑ы, БР б‑са 4‑се урын). Төбәк өлөшөнә респ. торлаҡ фондының 32,6%-ы  тура килә.

Әҙәб.: Исянбаев М.Н. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально‑экономического развития. Уфа, 2008.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк иҡтисади төбәгенең иҡтисади күрһәткестәре (2008)

Административ-территориаль берәмектәр

Төп фондтар*, млн һум

Торлаҡты сафҡа индереү**, дөйөм майҙандың м2

Оҙатылған тауар, башҡарылған эш һәм хеҙмәттәр күләме, млн һум

А.х. производствоһы, млн һум

Райондар

 

 

 

 

Архангел

908,5

9869

457,6

84,2

Бөрө,

2715,7

36730

1743,8

337,3

ш. иҫ. Бөрө ҡ.

1754,8

33944

1629,2

13,8

Благовещен,

11545,9

16142

9547,2

1011,3

ш. иҫ. Благовещен ҡ.

11273,7

14819

9468,6

2,6

Иглин

1565,3

23608

421,2

257,9

Ҡырмыҫҡалы

2136,7

28950

1270

871,9

Кушнаренко

1300,7

17034

451,2

354,9

Мишкә

1050,2

8126

146,4

130,9

Өфө

12170,2

144161

9017,7

3351,0

Шишмә

2261,2

35823

2035,9

845,8

Ҡалалар

 

 

 

 

Өфө

554698,2

809885

375980,9

181,6

  Бөтәһе

590472,8

1134314

413959,3

7390,9

  БР б‑са бөтәһе

1326927,0

2351750

1010990,0

38650,4

*1.1.2008 й. ҡарата төп фондтарҙың граждандар мөлкәтендә булған һәм “Газпром” ААЙ‑ның төп фондтарынан тыш тулы иҫәп хаҡы.

**Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә.

***Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре б‑са.

 

 

 

 

Яндекс.Метрика