УДМУРТИЯ, У д м у р т Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Вятка м‑н Кама йй. араһында урынлашҡан. Киров өлкәһе, Пермь крайы, Башҡортостан Республикаһы, Татарстан респ. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы — Ижевск. Юғары вазифалы кешеһе — Удмурт респ. башлығы. 1920 й. Вотск авт. өлкәһе булараҡ ойошторола, 1932 й. алып Удмурт авт. өлк., 1934 й. — Удмурт АССР‑ы, 1991 й. — Удмурт Республикаһы. 25 район, 6 ҡала, 11 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 42,1 мең км2.

Халҡы — 1521,4 мең кеше, ш. иҫ. 3,4 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 36,1 кеше/км2. Халыҡтың — 67,8%‑ы ҡалала йәшәй. Ҙур ҡалалары — Ижевск (627,7 мең кеше), Сарапул (101,4 мең), Воткинск (99 мең), Глазов (95,8 мең). Иҡт. әүҙем халыҡтың һаны – 786,8 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар62,2, удмурттар28, татарҙар6,7 һ.б. Дәүләт телдәре — удмурт теле, урыҫ теле. У. башҡорттары Кама-Ыҡ башҡорттарына ҡарай.

У. терр‑яһы Волга буйы Болғары, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Рәсәйгә ҡушылғандан һуң — Ҡазан губернаһы һәм Себер губернаһы, 1780 й. алып Вятка наместниклығы, Вятка губернаһы составына ингән. Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһенең бер өлөшө. Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Бемыш заводы эшләгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоронда Уҫы‑Сарапул баш күтәреүселәр үҙәге барлыҡҡа килә, бында Батырҡай Иткинин, Салауат Юлаев, Сәйфулла Сәйҙәшев, Әбдей Абдуллов, Әҙел Әшмәнев отрядтары хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан. 1803 й. Алабуға өйәҙенең һәм Сарапул өйәҙенең бер өлөшө 11‑се башҡ. кантонына ингән (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы). 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында башҡ. үҫмерҙәре һөнәрҙәргә өйрәнеү өсөн Ижевск Заводы ҡасабаһына (хәҙ. Ижевск ҡ.) ебәрелгән.

БР һәм У. араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1993) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм У. Хөкүмәте араһында, нефть сығарыу һәм эшкәртеү (1996), яғыулыҡ‑энергетика комплексында бәйләнеште нығытыу (1999) һәм автомобиль эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек (2000, 2001), сауҙа‑иҡт., фәнни-техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек (2008), транспорт инфраструктураһы үҫеше (2014), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай һәм Удмурт Респ. Дәүләт советы (2011), БР Йәштәр эштәре б‑са Дәүләт ком‑ты һәм У. Йәштәр сәйәсәте б‑са дәүләт ком‑ты араһында хеҙмәттәшлек (1995) т‑да килешеүҙәрғә ҡул ҡуйылған.

БР м‑н У. араһында сауҙа әйләнеше 2014 й. 7 млрд һум тәшкил итә. 1991 й. алып БР һәм У. РФ субъекттарының “Оло Урал” иҡт. хеҙмәттәшлек төбәк‑ара ассоциацияһына инә. У. делегаттары 1—4‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы)] эшендә ҡатнаша. 2008 й. БР Президенты М.Ғ.Рәхимов У. Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығын билдәләүҙә ҡатнаша (Ижевск). 1997 й. У. терр‑яһында нефть ятҡылыҡтарын разведкалау, уларҙы йыһазландырыу һәм нефтьсығарыуҙы яйға һалыу маҡсатында “Белкамнефть” АЙ (Ижевск) асыла (ойоштороусыларының береһе “Башнефть” АНК асыҡ АЙ). У. ятҡылыҡтарында берлектә сығарылған нефть БР НЭЗ‑дарында эшкәртелә. “Ижевск машиналар эшләү заводы” ААЙ өсөн двигателдәр Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә йыйыла. Удмуртия башҡорттары ҡоролтайы (Ижевск), “Салауат” башҡ ижт. ойошмаһы (Воткинск; икеһе лә — 1998 й. алып) эшләй. У. башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнә һәм уларҙың квалификацияһы күтәрелә, мәктәптәр башҡ. телендәге дәреслектәр м‑н тәьмин ителә; БР‑ҙа У. уҡыусы һәм абитуриенттары гимназия, колледж, мәктәп‑интернат, вуздарға маҡсатлы ҡабул ителә. 1996 й. алып Нефтекама педагогия колледжында удмурт теле уҡытыла. 2013 й Ижевск ҡ. РБ Урыҫ драма театрының һәм Өфөлә У. Дәүләт урыҫ драма театрының гастролдәре була. У. тыуып үҫкән Е.Ф.Журавлёв, Д.К.Зеленин, Г.А.Әминев һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин