УДЕЛЬНО‑ДЫУАНАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Удельно‑Дыуанай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2765 кеше; 1920 — 2948; 1939 — 2418; 1959 — 1844; 1989 — 1244; 2002 — 1137 кеше. Урыҫтар йәшәй. У.‑Д. — “Светлый” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

    Ауылға Өфө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Богородский а. (хәҙ. Өфө ҡ. эсендә) отставкалағы Өфө стрелецтары һәм батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1647 й. алып Дәүләт Дыуанайы исеме м‑н билдәле. 1865 й. 311 йортта 2007 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1805 й. төҙөлгән), училище, 2 һыу тирмәне, пристань булған; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, китапхана‑уҡыу бүлмәһе, земство дарыуханаһы, 3 тимерлек, 2 май һығыу оҫтаханаһы, шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй, 2 пристань теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл эргәһендә Удельно‑Дыуанай торамаһы бар. Элекке сауҙагәр Кондратьевтарҙың йорто бинаһы (таштан, ағастан, 20 б. башы) — архитектура ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов