“УҒЫҘНАМӘ”, төркиҙәрҙең легендар шәжәрәһе һәм уларҙың ырыу башлығы Уғыҙхан т‑дағы эпик хикәйәт. Ҡарлуҡ‑уйғыр (13—14 бб.) версияһы иң боронғоларҙан һанала, 15 б. яҙмаһында теркәлгән (Париждың Милли китапханаһында һаҡлана). Әҫәрҙә Уғыҙхандың мөғжизәле тыуыуы, уның батырлыҡтары, уларҙан төрлө төрки ҡәбиләләр таралған улдары т‑да бәйән ителә. “У.” варианттары Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” (11 б.), Рәшитетдиндең “Жәмиғәт‑тәуарих” (13—14 бб.; “Йылъяҙмалар йыйынтығы”) һ.б., Әбү‑әл‑Ғазиҙың “Шәжәрә‑и төрк” хеҙмәттәрендә теркәлгән. Уғыҙхан т‑дағы сюжеттар башҡорттар араһында ла таралған булған. Ә.Ә.Вәлидовҡа ярашлы,башҡ. фольклорында Уғыҙхан т‑да ҡобайыр йәшәп килгән. Уның исеме тәүарихтарҙа, шәжәрәләрҙә осрай. Булған варианттар нигеҙендә Ғ.Б.Хөсәйенов тарафынан “У.” башҡ. версияһы төҙөлгән.

   “Уғыҙнамә” исеме м‑н ш. уҡ уғыҙҙарҙың килеп сығышы һәм батырлыҡтары т‑дағы әҫәрҙәр (йырҙар, риүәйәттәр) атала, мәҫ., “Ҡорҡот ата китабы”ның һәр 12 хикәйәте.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004; Щербак А.М. Огуз-наме. Мухаббат-наме. М., 1959.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов