УВАРОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 215 кеше; 1920 — 192; 1939 — 182; 1959 — 84; 1989 — 103; 2002 — 141; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡармыш төп мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә күскенсе крәҫтиәндәр нигеҙ һала, 1897 й. алып Уваров утары булараҡ билдәле. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә һәм хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.