• Печать

УБЫР, башҡ. мифологияһында яуыз зат. Хөрәфәти хикәйәләр һәм тылсымлы әкиәттәр персонажы. Йыш ҡына У. мәскәй м‑н тиңләштерелә. Хөрәфәттәр б‑са, үҙен үлтергән йәки ерләү йолаларын үтәмәй ерләнгән кеше У. әйләнә. У. сихырсының (ул йәнен үҙен сихырға өйрәткән өсөн шайтанға һата) йәки тыйылғанды боҙған кешенең йәнен алмаштыра, һуңынан тормошта улар м‑н идара итә. У. эйәләшкән кешене “убырлы ҡарсыҡ”, “убыр әбей”, “убырлы кеше” тип атайҙар. Хужаһы үлгәс, У. уның ҡәберендә йәшәй, ҡәбер тишегенән (йышыраҡ төндә) сығып йөрөй. Кешегә У. утлы шар, артында тәне булмаған эт, бесәй, сусҡа, кеше (йыш ҡына йәмһеҙ ҡарт йәки ҡарсыҡ) булып күренә. Ҡайһы бер хөрәфәттәргә ярашлы, кискеһен У. ярғанатҡа әүерелә. У. ауырыу йәки үлем килтерә ала, йөклө ҡатындарҙың эсенән балаларын урлай. У. шулай уҡ йорт хайуандарына зыян килтерә (уларҙың балаларын урлай, һыйыр һәм бейәләрҙең һөтөн имә, ҡанын эсә, шуға күрә улар ауырый һ.б.), болоттарҙы йотоп, ҡоролоҡ килтерә. У. м‑н осрашҡанда, өҫкө төймәләрҙе ысҡындырып, доға уҡырға; үҙеңде уратып, ергә һаҡлай торған түңәрәк һыҙырға кәрәк; уны ҡултыҡ аҫтындағы тишегенән йөрәген тартып алып еңергә, ҡәберенә имән ҡаҙыҡ ҡағып йәки табанына энә сәнсеп юҡ итергә була. У. м‑н көрәш имитацияһы “Күрәҙә”, “Алырымҡош” уйындарында күҙәтелә. Әкиәттәрҙә У. мәкерле кеше ашаусы, вампир образында күрһәтелә (“Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ”, “Убырлы ҡәйнә менән бахыр килен”, “Убыр әбей” һ.б.). Башҡ. телендә “ҡарт убыр” (ҡартлас), “убыр уты” (яныр‑янмаҫ ут), “төн убыры” (төнөн йоҡламаған кеше т‑да) һ.б. әйтемдәр һаҡланған. У. м‑н оҡшаш персонаждар күп халыҡтарҙың мифологияһында бар.

Әҙәб.: Н ә ҙ е р ш и н а Ф.А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов