УБА, һөҙәк битләүҙәре һәм аныҡ сағылмаған итәктәре булған конус формаһындағы айырым ҡалҡыулыҡ; сағыштырмаса бейеклеге 200 м тиклем. Денудация, мореналар (боҙлоҡтар) эшмәкәрлеге һ.б. һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Убалы рельеф уйһыулыҡ һәм соҡорҙар рәүешендә ҡалҡыулыҡтар м‑н уйпатлыҡтарҙың сиратлашыуынан тора. Башҡортостандың Уралалдында убалы рельеф Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында, Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарында, Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегендә, Өфө яйлаһында, Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығында һ.б.; Башҡортостандың Урал аръяғында Йылайыр яйлаһында, Урал аръяғы яйлаһында осрай.

Тәрж. И.М.Япаров

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.