ҮҘӘК МОСОЛМАН КОМИССАРИАТЫ, РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 17 ғин. декреты м‑н Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты составында Мәскәүҙә Эске Рәсәй мосолмандары эштәре комиссариаты булараҡ ойошторола; окт. Ү.м.к. тип үҙгәртелә. Комиссариат ойоштороу инициативаһы м‑н М.М.Вәхитов, Ғ.Ғ.Ибраһимов һәм Ш.Ә.Манатов сығыш яһаған. Башҡ., хәрби, игенселек, халыҡ-ара пропаганда, матбуғат, хеҙмәт, финанс бүлектәренән торған; 1918 й. нояб. аҙ. дөйөм, мәҙәни-ағартыу, нәшриәт, статистика бүлектәре өҫтәлгән. РСФСР-ҙың Милләттәр эштәре б‑са ХК‑ның 1918 й. 27 ғин. “Депутаттар Советтарында Эске Рәсәй мосолмандары эштәре буйынса комиссариат ойоштороу тураһында”ғы ҡарары б‑са бүлектәр илдең 70 торама пунктында, ш. иҫ. Ҡазан, Өфө, Төмән, Әстерхан һ.б. ҡҡ., эшләгән. Мосолмандар күпселек тәшкил иткән райондарҙа сәйәси һәм мәҙәни-ағартыу, нәшриәт эше м‑н шөғөлләнгән. 1918 й. 21 апр. Ү.м.к. ҡарары б‑са Милли идара бөтөрөлә. РСФСР Милләттәр эштәре б‑са ХК‑ның 2 май ҡарарына ярашлы, Комиссариат Ҡыҙыл Армия составында Мосолман эшсе-крәҫтиән армияһы (ҡара: Үҙәк мосолман хәрби коллегияһы) ойоштороуға етәкселек итә. Татар-Башҡорт Совет Республикаһы ойоштороуға әҙерлек алып бара, уны төҙөү положениеһын эшләй. 1920 й. Ү.м.к. ТАССР Вәкиллегенә әүерелә.

Рәйестәре: Вәхитов, М.Х.Солтанғәлиев (1918 й. нояб. алып). Баҫма органы — “Чулпан” (“Сулпан”) гәзите.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика