ҮҘӘК ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Өфө ҡ. төньяғы, Архангел, Благовещен, Бөрө, Иглин, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Мишкә, Нуриман, Шишмә р‑ндары ҡулланыусыларына, ш. иҫ. “Баштрансгаз”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, Өфө ит‑консерва комбинаты, Өфө нефть эшкәртеү заводы пр‑тиеларына, электр энергияһы тапшырыуҙы һәм бүлеүҙе тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Өфөлә урынлашҡан, район диспетчер пункттары эшләй. Ү.э.б.с. составына (2010) 35–110 кВ көсөргәнешле дөйөм ҡеүәте 1277,3 МВ•А булған 81 трансформатор подстанцияһы, 6(10)–0,4 кВ көсөргәнешле 3355 трансформатор пункты, 0,4 кВ (оҙонлоғо 4795 км), 6–10 кВ (5727 км) һәм 35–110 кВ (2243 км) көсөргәнешле һауа һәм кабель электр тапшырыу линиялары инә. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 53723,2 шартлы берәмек тәшкил итә. 1953 й. “Башкирэнерго” составындағы юғары вольтлы электр селтәрҙәренең Черниковск районы булараҡ нигеҙ һалына, 1957 й. башлап Черниковск юғары вольтлы селтәрҙәре, 1960 й. башлап Юғары вольтлы электр селтәрҙәре, 1964 й. алып Өфө электр селтәрҙәре, 1965 й. Ү.э.б.с., 1992 й. – “Башкирэнерго” филиалы, 2005 й. “БашРЭС‑Уфа”ның (“Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәте филиалы) хәҙ. исемдәге структур бүлексәһе.

Әҙәб.: Башкирэнерго: этапы, события, люди. Уфа, 2000.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика