ҮҘӘК МОСОЛМАН ХӘРБИ КОЛЛЕГИЯҺЫ, 1918 й. ғин. Петроградта Үҙәк мосолман комиссариаты ҡарамағында Хәрби бүлек булараҡ ойошторола, апр. — Хәрби коллегия, май айынан Ү.м.х.к. итеп үҙгәртелә. Окт. башлап Мәскәүҙә, 1919 й. апр. — Ҡазанда урынлашҡан. Үҙәк мосолман комиссариатына, 1918 й. нояб. алып РСФСР‑ҙың Хәрби һәм диңгеҙ эштәре ХК‑на буйһонған. Коллегия составына эштәр идаралығы, хәрби һәм сәйәси бүлектәр (рәйес, 4 ағза, хәрби етәксе) ингән. Ү.м.х.к. Ҡыҙыл Армияла татар-башҡ. частары, ҡыҫҡа ваҡытлы командалыҡ курстары ойоштороу, мосолмандар күпселекте тәшкил иткән райондарҙа сәйәси-ағартыу эше, брошюралар, листовкалар нәшер итеү һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1920 й. окт. таратыла. Рәйестәре: М.М.Вәхитов, М.Х.Солтанғәлиев (1918 й. окт. алып). Баҫма органы — “Ҡыҙыл Армия” гәзите.

Әҙәб.: Г и з з а т у л л и н И.Г. Защищая завоевания Октября. Центральная мусульманская военная коллегия, 1918—1920. М., 1979.

Тәрж. М.Х.Хужин

ҮҘӘК МОСОЛМАН ХӘРБИ КОЛЛЕГИЯҺЫ, 1918 й. ғин. Петроградта Үҙәк мосолман комиссариаты ҡарамағында Хәрби бүлек булараҡ ойошторола, апр. — Хәрби коллегия, май айынан Ү.м.х.к. итеп үҙгәртелә. Окт. башлап Мәскәүҙә, 1919 й. апр. — Ҡазанда урынлашҡан. Үҙәк мосолман комиссариатына, 1918 й. нояб. алып РСФСР‑ҙың Хәрби һәм диңгеҙ эштәре ХК‑на буйһонған. Коллегия составына эштәр идаралығы, хәрби һәм сәйәси бүлектәр (рәйес, 4 ағза, хәрби етәксе) ингән. Ү.м.х.к. Ҡыҙыл Армияла татар-башҡ. частары, ҡыҫҡа ваҡытлы командалыҡ курстары ойоштороу, мосолмандар күпселекте тәшкил иткән райондарҙа сәйәси-ағартыу эше, брошюралар, листовкалар нәшер итеү һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1920 й. окт. таратыла. Рәйестәре: М.М.Вәхитов, М.Х.Солтанғәлиев (1918 й. окт. алып). Баҫма органы — “Ҡыҙыл Армия” гәзите. Әҙәб.: Г и з з а т у л л и н И.Г. Защищая завоевания Октября. Центральная мусульманская военная коллегия, 1918—1920. М., 1979. Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.