БАЛАБАНОВ Павел Прокофьевич (20.12.1907, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ряхин биләмәһе — 1988, Әлмәт ҡ.), нефтсе. 1930 й. алып “Грознефть” берекмәһенең Малгобек быраулау контораһында эшләй, 1936 й. — “Ишимбайнефть” тресы, 1941 й. — “Туймазанефть” тресы быраулаусыһы, мастеры; 1950 й. башлап — “Бавлынефть” тресының, 1953—63 йй. “Альметьевбурнефть” тресының быраулау контораһы директоры. Илдең көнсығыш төбәктәрендә быраулауҙың турбиналы ысулын индереүҙә ҡатнаша. Сталин пр. лауреаты (1949). Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1951) орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика