ТӨҪЛӨ МЕТАЛЛУРГИЯ, төҫлө металл мәғдәндәрен сығарыу, байыҡтырыу, төҫлө металдарҙы иретеү һәм уларҙың иретмәләрен алыу б‑са металлургия тармағы. Башҡортостанда 17 б. аҙ. тәүге тау з‑дтары асылғандан һуң үҫеш ала; 18 б. аҙ. тимер етештереү һәм баҡыр иретеү з‑дтары өлөшөнә Рәсәйҙә етештерелгән баҡыр күләменең яртыһынан күберәге тура килә. 18 б. уртаһында алтын эҙләү һәм табыу башлана (ҡара: Алтын табыу сәнәғәте), 20 б. башында Өфө губ. 35 алтын сәнәғәте йәмғиәте һәм ширҡәте эшләй, 22 рудникта һәм 165 алтын приискыһында 20,8 мең эшсе иҫәпләнә. 30‑сы йй. бокситтар, хром мәғдәндәре һәм марганец мәғдәндәре сығарыла башлай. 1942 й. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, 1948 й. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, 1954 й. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ойошторола. Т.м. продукцияһын етештереү динамикаһы (млн һум): 1965 й. — 44, 1980 — 145, 2000 — 3649, 2004 — 5730. 2004 й. тармаҡ 46 пр‑тие һәм производствонан тора (ҡара: табл.), бөтә Рәсәйҙә сығарылған цинктың 49%‑ы, баҡырҙың яҡынса 10%‑ы (мәғдәндә) респ. өлөшөнә тура килә. Продукция РФ‑тың, яҡын сит илдәрҙең металлургия пр‑тиеларына ебәрелә. Респ. баҡыр һәм цинк концентраттары б‑са иң эре етештереүселәр иҫәбенә инә, алтын табыу б‑са Урал иҡтисади төбәгендә 2‑се урынды биләй. Т.м. өсөн белгестәр Авиация техник университетында, Магнитогорск техник университетында, Белорет металлургия колледжында, Учалы тау-металлургия техникумында һ.б. әҙерләнә.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда төҫлө металлургия үҫешенең айырым күрһәткестәре

 

1934*

1965

1980

2000

2004

Предприятие һәм производство һаны

2

5

6

31

46

Уртаса йыллыҡ эшселәр һаны, кеше

4192

8457

8106

10452

10051

Сәнәғәттә производствоның сағыштырма ауырлыҡ күләме, %

4,1

1,4

1,4

2,9

1,6

*Баҡыр металлургияһы.

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.