ФУТОРЯНСКИЙ Леонид Иосифович (6.5.1928, Киев), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1974), проф. (1977). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974). Чкалов пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952), Абдулла пед. уч‑щеһында эшләй, 1955 й. алып Ырымбур ҡ. мәктәптәрендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директор. 1964 й. башлап Ырымбур пед. ун‑тында: 1965 й. алып декан урынбаҫары, 1969 й. — тарих-филол. ф‑ты деканы, 1973—98 йй. Рәсәй тарихы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1979—88 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. 1999 й. башлап Ырымбур ун‑тында Көньяҡ Урал тарихы һәм этнографияһы ҒТИ‑нда (2010 й. тиклем директор). Фәнни хеҙмәттәре Рәсәй һәм Көньяҡ Уралдың соц.‑иҡт. һәм сәйәси үҫеше, казак ҡатламы, Граждандар һуғышы тарихына, историографияға, тыуған яҡтыөйрәнеүгәарналған. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ырымбур өлк. Тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәттәре союзы рәйесе (1987—96), 2000 й. алып Хәрби-тарихи фәндәр акад. (С.‑Петербург) тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Хеҙм.: Казачество России на рубеже веков. Оренбург, 1998; Казачество России в огне Гражданской войны (1918—1920 гг.). Оренбург, 2003; Казачество России на фронтах Великой Отечественной войны. Оренбург, 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика