ФУНКЦИОНАЛЬ ГРАММАТИКА, телдең берҙәм төҙөлөшө функцияларын һәм уларҙың йәшәп килеү законлыҡтарын өйрәнгән грамматика төрө. Ф.г. семантик функциялары дөйөмлөгө нигеҙендә берләшкән төрлө тел кимәлдәре саралары системаһын тикшерә. Тел материалын тасуирлағанда функциянан сараларға (төп) йүнәлеше сараларҙан функцияға йүнәлеше м‑н берлектә ҡулланыла. Ф.г. тикшереү объекттары – грамматика, ш. уҡ тел кимәлдәренең башҡа берәмектәре (лексика һәм һүҙьяһалыш). Башҡортостанда Ф.г. өйрәнеү 20 б. 80‑се йй. башлана; башҡорт тел ғилемендә теоретик нигеҙҙәре М.В.Зәйнуллин тарафынан эшләнә. Урыҫ теле, башҡорт теле, инглиз теле, француз теле материалында Ф.г. мәсьәләләрен өйрәнеүгә Т.Ә.Килдебәкова, функциональ-семантик категорияларға – Р.Ә.Әбүталипова, Р.З.Мерәҫов, З.И.Сәләхова һ.б.хеҙмәттәре арналған.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика