ФУНКЦИОНАЛ, киң мәғәнәлә — ниндәйҙер арауыҡта (өҙлөкһөҙ кәкре һыҙыҡ м-н сикләнгән өлкәнең майҙаны, көс ҡырының теге йәки был юлда башҡарған эше һ.б.) билдәләнгән һанса функция; тар мәғәнәлә — ирекле алынған күмәклектең ысын йәки комплекслы һандар күмәклегенә сағылышы. Баштағы күмәклектәрҙең структураһына бәйле һыҙыҡлы, өҙлөкһөҙ һәм монотон Ф. айырыла. Төрлө мәсьәләләрҙе (экстремаль мәсьәләләр, тигеҙләмәләр һ.б.) ике төрлөлөк ысулы м‑н сисеү ваҡытында файҙаланыла. Ф. дөйөм үҙсәнлектәре функциональ анализда өйрәнелә. 20 б. 70‑се йй. башлап Математика институтында эйәртеүле арауыҡтарҙы изоморф һүрәтләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Ә.М.Ғайсин, В.И.Луценко, И.Х.Мусин, В.В.Напалков, С.В.Попёнов, Б.Н.Хәбибуллин, Р.С.Юлмөхәмәтов); күп үлсәмле арауыҡтың ниндәйҙер өлкәһендә билдәләнгән аналитик функциялар арауығы өҫтөндәге өҙлөкһөҙ һыҙыҡлы Ф. (Напалков), аналитик Ф. нигеҙенең берәү генә булыуы (А.С.Кривошеев) өйрәнелгән.

В.В.Водопьянов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке