ФУНДАМЕНТТАР (лат. fundamentum – нигеҙ), йөкләмәне биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың ер өҫтөндәге өлөшөнән тәбиғи йәки яһалма грунттҡа тапшырыусы өлөшө (башлыса ер аҫындағы). Ҡоролоу ысулдары б‑са Ф. һай (нигеҙ соҡорҙарында) һәм тәрән һалынғандарға; типтары б‑са – таҫма һымаҡ, айырым торған (бағана һымаҡ), плита, свай‑плита, свай һәм махсус (“грунт эсендәге стена”, “батырылмалы ҡоҙоҡ ҡулсалары” һ.б.); технологик үҙенсәлектәре б‑са – з‑дта эшләнгән (ҡағылмалы) һәм туранан‑тура төҙөлөш майҙансығында һалынғандарға (быраулаған ваҡытта, тултырыла торған) бүленә. Ф. проектлау инженерлыҡ‑геол. эҙләнеүҙәр һәм махсус хисаплауҙарҙың һөҙөмтәләренә нигеҙләнә. Ф. типтары һәм үлсәмдәре тәьҫир итеүсе йөкләмәләр, терр‑яның инженерлыҡ‑геол. һәм гидрогеологик шарттары, грунттарҙың үҙенсәлектәре (деформацияланыуы, ныҡлығы һ.б.), ш. уҡ биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың конструктив үҙенсәлектәре (мәҫ., подвалдың булыуы) һ.б. м‑н билдәләнә. Ф. етештереү өсөн бетон, тимер‑бетон һ.б. (аҡ ташлы бетон, аҡ таштан һалыу) файҙаланыла. Башҡортостанда Ф. ҡороуҙы биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы хәүеф тыуҙырыусы геол. процестарҙан (карст, ишелмәләр) һаҡлауҙың кәрәклеге, грунттарҙың үҙенсәлекле үҙсәнлектәрен (һыуыҡтан ҡабарыу һәм ултырыусанлыҡ) иҫәпкә алыу ауырлаштыра. 20 б. 50‑се йй. аҙ. алып Ф. камиллаштырыу өлкәһендә тикшеренеүҙәр һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑етештереү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө институты), проектлау һәм эҙләнеү учреждениелары ҡатнашлығында Өфө нефть университетында алып барыла. 60–70‑се йй. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑етештереү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө өсөн свайлы Ф. файҙаланыуҙың һөҙөмтәлеген арттырыу б‑са комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Свайҙарҙы батырыу агрегаттары (С‑878, СП‑49, КО‑8 һ.б.; етәкс. А.С.Доровских), свайлы Ф. конструкциялары (ростоверкаһыҙ свайҙар, свай-колонналар һ.б.; етәкс. З.В.Бабичев) уйлап сығарылған, ер тоҡомдарын статик зонд м-н тикшереүҙең мәғлүмәттәре нигеҙендә свайҙарҙың тотоп тороу һәләтен хисаплау ысулдары, свайҙарҙы ҡырҡмайынса билдәләнгән кимәлгә тиклем батырыу технологияһы табылған. Карсланған райондарҙа, тупраҡ йыуҙырып өйөлгән терр-яларҙа һ.б. күп ҡатлы биналар өсөн Ф. (ш. иҫ. плита һәм свай‑плита Ф.) ҡулланыуҙың һөҙөмтәлеген арттырыу б‑са эштәр алып барыла. Өфөлә эре объекттарҙы төҙөү өсөн быраулап тултырыла торған свайлы Ф. уйлап сығарылған һәм ҡулланылған, “Конгерсс-холл”ды проектлағанда “нулдән ултыртыу” ысулы файҙаланылған. ӨДНТУ‑ла “батырылмалы ҡоҙоҡ ҡулсалары”ның технологик параметрҙарын хисаплау ысулдары уйлап табылған. Шулай уҡ ҡарағыҙ: Ер тоҡомон өйрәнеү ғилеме.

Әҙәб.: Яковлев П.И., Готман А.Л., Курмаев Р.Г. Взаимодействие сооружений с грунтом и свайные основания. Одесса, 2004.

И.Б.Рыжков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика