ФУНГИЦИДТАР (лат. fungus — бәшмәк һәм caedo — үлтерәм), үҫемлек ауырыуҙарын тыуҙырған патоген бәшмәктәр м‑н көрәшеү өсөн пестицидтар төркөмөнә ҡараған химик матдәләр. Химик үҙенсәлектәре б‑са — органик булмаған (баҡыр, көкөрт, терегөмөштөң ҡайһы бер берләшмәләре) һәм органик (тиокарбамин к‑таһының, имидазолдарҙың, морфолиндың сығарылмалары, фталимидтар һ.б.); ауырыу тыуҙырыусыға йоғонтоһо б‑са — иҫкәртеү һәм дауалау; туҡымалар эсендә таралыу характеры б‑са — контактлы (үҫемлек йәки орлоҡтарҙың өҫтөндә тәьҫир итә) һәм системалы (уларҙың көпшәләр системаһы б‑са тарала); тәғәйенләнеше б‑са орлоҡ ағыулағыстар, ерҙе, үҫемлектәрҙе эшкәртеү, иген һәм йәшелсә һаҡлағыстарҙы фумигациялау өсөн препараттар айырыла. Аэрозолдәр, грануляттар, дустар, концентраттар, сылатыусы порошоктар, аға торған пасталар, эмульсиялар һ.б. рәүешендә сығарыла. Башҡортостанда йыл һайын уртаса 0,4 мең т Ф., ш. иҫ. 0,3 мең т орлоҡ һәм ултыртыу материалын ағыулағыс, файҙаланыла; уртаса ағыулылығы (ЛД50): ағыулағыстар — 1308 мг/кг, һиптереү өсөн Ф. — 3476 мг/кг. 70—80‑се йй. Органик химия институтында Г.А.Толстиков етәкс. пропиконазол етештереү технологияһы уйлап табыла, Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ (Мәскәү), Бөтә Союз үҫемлектәрҙе һаҡлау ҒТИ (Ленинград) һәм Молдавия ССР‑ы ФА‑ның Химия ин‑ты (Кишинёв) м‑н берлектә уның препарат формаһы — трифон сығарыла (Ф.З.Ғәлин, Ю.И.Муринов) һәм йылына 1 т ҡеүәтле етештереү үҙләштерелә; Бөтә Союз ветеринария һәм энтомология ҒТИ (Төмән ҡ.) м‑н берлектә аскоцин [йылына яҡынса 100 мең доза (ампула)] етештерелә. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙеңүҫеүен көйләгестәр институтында А.А.Кашин һәм С.А.Чапайкина етәкс. орлоҡ ағыулағыстарҙы плёнка барлыҡҡа килтерә һәм аға торған пасталар рәүешендә алыу технологияларын эшләү башлана; 80‑се йй. Бензотирам, Орлоҡ, Сантроцин, Таммол, Уңыш, Цитоксал, 90‑сы йй. Аҡтамыр, Карботирам, ТМТД, Якшиген һ.б. орлоҡ ағыулағыстар булдырыла; 90‑сы йй. алып Ф. эшләү б‑са тикшеренеүҙәр Р.Б.Вәлитов, Г.К.Земченкова, В.Г.Яковлев, 2005 й. башлап Р.Н.Ғәлиәхмәтов тарафынан үткәрелә. Теүәл органик синтез ҒТИ‑нда (Д.Л.Рахманҡолов, Р.М.Садрисламов һ.б.) имидазол һәм триазол рәтенә ҡараған системалы Ф. булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Нефтехимия һәм катализ институтында У.М.Джемилев етәкс. мамыҡ үләнен, ужым арышын һәм картуфты һаҡлау өсөн бисол‑1, бисол‑2, купробисан Ф. препараттары эшләнә. Ф. “Каустик” ААЙ‑нда, Тәжрибә заводында етештерелә, 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ‑нда сығарыла.

Әҙәб.: Современные химические средства защиты растений. Т.2. Фунгициды, бактерициды, протравители семян. Уфа, 2000; Ганиев М.М., Недорезков В.Д. Химическая защита растений. Уфа, 2002.

Р.Н.Ғәлиәхмәтов, М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика