ФТИЗИАТРИЯ (гр. phthisis — үпкә сире, сихут һәм iatréia — дауалау), ф т и з и о л о г и я, туберкулёздың этиологияһын, патогенезын, клиник-морфол. сағылыштарын өйрәнгән һәм уны диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Фтизиохирургия, ‑педиатрия, ‑урология һ.б. айырыла. Башҡортостанда 1913 й. Туберкулёзға ҡаршы көрәш б‑са Бөтә Рәсәй лигаһының Өфө бүлексәһендә Туберкулёзға ҡаршы диспансер асыла. 20‑се йй. алып шәхси ҡымыҙ дауаханалары базаһында туберкулёзға ҡаршы “Глуховская”, “Аксаков С.Т. исемендәге шифахана”, “Чехов А.П. исемендәге шифахана”, “Шафран” шифаханалары ойошторола. 1947 й. башлап Һуғыш ветерандарының Өфө туберкулёз госпитале (ҡара: Госпиталдәр) эшләй башлай. Ф. мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1931 й. Башҡ‑н туберкулёз ғилми‑ғәмәли ин‑тында, 1936 й. — Медицина университетында алып барыла: үпкә туберкулёзына тәүге операциялар эшләнә (В.А.Астраханский, М.В.Вакуленко, Л.Н.Рабинович), тын алыу ағзалары туберкулёзын иртә асыҡлау һәм ҡымыҙ ҡулланып дауалау (М.Н.Карнаухов, Н.А.Крамов), бәүел системаһы туберкулёзын диагностикалау, комплекслы дауалау (Л.П.Крайзельбурд) мәсьәләләре өйрәнелә. 60‑сы йй. алып үпкә, һөйәк‑быуын (У.А.Алексеев, Т.К.Дилмөхәмәтов, В.П.Дыскин һ.б.), урогениталь (Р.З.Вәлиәхмәтов, А.И.Ғафаров, Г.В.Коржавин) туберкулёзын хирургик һәм химиотерапевтик дауалау һөҙөмтәлелеге, туберкулинотерапия (Х.Х.Рахманов), туберкулёздың йәш б‑са аспекттары, ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм компьютер мониторингыһы ысулдары (В.П.Колесникова, Н.С.Ҡазыханов, Г.А.Мелкумов, З.Н.Усманов) һ.б. тикшерелә. 80‑се йй. алып туберкулёздың патогенезы мәсьәләләре өйрәнелә (О.В.Боровиков, К.С.Инченко), өлкән һәм оло йәштәге ауырыуҙарҙы (И.Н. Аталипова, К.И.Гольянова, И.Н.Зәкиев), балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе (Г.Р. Бикбулатова, В.В.Филиппов) патогенетик терапиялау һәм диспансерлаштырыу, үпкә туберкулёзын хирургик дауалау (З.Р.Ғарифуллин) ысулдары камиллаштырыла. БР‑ҙа ауырыуҙың эпидемиологияһы өйрәнелә, тын алыу ағзалары (Х.Ҡ.Әминев), бәүел системаһы (Р.Ҡ.Йәғәфәрова) туберкулёзы булған ауырыуҙарға хирургик ярҙам ойоштороу ысулдары эшләнә. 2002 й. республикала туберкулёз мониторингыһының автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы булдырыла (М.М.Азаматова, В.Г.Топчий, Әминев). БР‑ҙа 3 туберкулёзға ҡаршы диспансер (8 филиалы бар), туберкулёз госпитале, ҡала дауаханалары эргәһендә 4 туберкулёз бүлексәһе һәм үҙәк район дауаханалары эргәһендә 46 туберкулёзға ҡаршы кабинет, ололарҙы (3), балаларҙы дауалау өсөн (5) шифаханалар, ш. уҡ 2 интернат‑мәктәп һәм 12 шифахана тибындағы махсус балалар учреждениеһы эшләй (2010).

Х.Ҡ.Әминев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.