БАЛАБАН Аншель Львович (4.10.1909, Подольск губ. Тульчин а. — 13.11.1979, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1970), БАССР‑ҙың (1965) атҡ. төҙөүсеһе. Харьков автоюлдар ин‑тын тамамлаған (1935). 1933 й. алып транспорт контораһы (Харьков ҡ.) баш инженеры, дир., 1941 й. — төҙөлөш тресының транспорт контораһы (Омск ҡ.) баш инженеры, нач., 1946 й. — 3‑сө төҙөлөш тресы (Өфө) идарасыһы урынбаҫары, 1956—72 йй. идарасыһы. БР‑ҙың сәнәғәт объекттарын (“Гидравлика”, ӨМЭПБ, ӨПЭПБ пр‑тиеларының производство корпустарын), соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы (Өфөлә Спорт һарайы, “Искра” кинотеатры, Өфө циркы) һәм торлаҡ йорттар төҙөү м‑н етәкселек итә. Трест эргәһендәге спорт мотоклубын ойоштороусы (ҡара: “Башавтомотоклуб”). БАССР Автомотоспорт федерацияһының тәүге рәйесе (1960—71), мотоспорт б‑са бөтә Союз категориялы судья (1959), Халыҡ-ара мотоцикл спорты федерацияһының халыҡ-ара хронометрисы (1970). Ленин (1958), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2003).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика