ФРУНЗЕ, Покровка, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 384 кеше; 1959 – 196; 1989 – 158; 2002 – 161 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Покровский” ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына, 2005 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика