ФРОЛОВ Константин Васильевич (22.7.1932, Калуга өлк. Песочня ҡсб – 18.11.2007, Мәскәү), инженер‑механик. СССР ФА (1984) һәм В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре акад. (1985) акад., БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), техник ф. д‑ры (1970), проф. (1971). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). Брянск транспорт машиналары эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) Ленинград металл з‑дында эшләй. 1958 й. алып РФА‑ның А.А.Благонравов ис. Машиналар ғилеме ин‑тында (Мәскәү): 1961 й. – лаб. мөдире, 1975 й. – дир. һәм бүлек мөдире; бер үк ваҡытта 1961 й. алып Мәскәү еңел сәнәғәт технологиялары ин‑тында уҡыта (1973 й. башлап теоретик механика һәм машиналар һәм механизмдар теорияһы каф. мөдире), 1976 й. – Н.Э.Бауман ис. Мәскәү техник ун-тында машиналар һәм механизмдар теорияһы каф. мөдире, 1985–96 йй. – РФА‑ла (вице‑президент һәм 1992 й. тиклем машиналар эшләү, механика һәм идара итеү процестары проблемалары бүлегенең акад.–секретары). Фәнни хеҙмәттәре ғәмәли механикаға, машиналарҙың динамикаһына, виброһаҡлау һәм виброакустика, “кеше–машина–мөхит” системаларының биомеханикаһына, атом реакторҙарының ныҡлығына, экологик хәүефһеҙлек проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы. Ленин пр. (1988), СССР Дәүләт пр. (1986), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (1998, 2000, 2001) һ.б. лауреаты. Ленин орд. (1986, 1990), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), 2‑се дәрәжә (2007) һәм 3‑сө дәрәжә (1999) “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Колебания оболочек в жидкости. М., 1983 (авторҙ.). Әҙәб.: Научная элита. Кто есть кто в Российской академии наук. М., 1993.

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика