ФРИД Аркадий Исаакович (21.2.1946, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Өфө “Молния” агрегат КБ‑нда эшләй, 1972 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге билдәһеҙлек шарттарында ҡатмарлы динамик системалар м‑н идара итеүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында авиация двигателдәре м-н идара итеүҙең адаптив системаһын төҙөү принциптары, автоматлаштырылған идара итеүҙең цифрлы системалары һ.б. уйлап сығарылған. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың авиация һәм нефть сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 72 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проблемы проектирования и развития систем автоматического управления и контроля ГТД. М., 1999 (авторҙ.); Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика