ФРАНЦИЯ, Франция Республикаһы, Көнбайыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 550 мең км2. Баш ҡалаһы — Париж. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 60,4 млн кеше (2000), 94%‑ы — француздар. Рәсми тел – француз теле. Диндарҙарҙың күбеһе — католиктар. БР м‑н Ф. араһында бәйләнештәр РФ һәм Ф. араһындағы бәйләнештәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ф. — БР Президенты М.Ғ.Рәхимов етәкс. делегацияның (1993, 1995, 2008), БР Хөкүмәте делегацияһының (1998, 1999, 2006—08); Башҡортостанға Ф. РФ‑тағы илсеһе етәкс. Хөкүмәт делегацияһының (1998), Ф. РФ‑тағы Илселеге советниктарының (1999, 2004—08), француз эшлекле даирәләренең (1981, 1991, 1998, 2006—09) рәсми визиттары була. 1997—2010 йй. Ф. төбәк вәкиллеге бурыстарын БР‑ҙың Австриялағы Вәкиллеге атҡара. Ф. делегаттары 1—2‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. Агросәнәғәт комплексы, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һ.б. өлкәләрҙә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырылған. БР‑ҙың БДБ илдәренән тыш тышҡы сауҙа әйләнешендә Ф. өлөшөнә 2,6% тура килә (2009). БР м‑н Ф. араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 110,3 млн АҠШ доллары (2000 й. м‑н сағыштырғанда 8,6 тапҡыр күберәк). БР‑ҙың Ф. экспорты — 80,8 млн доллар (2000 й. — 1,1 млн доллар); уның тауар структураһында нефть продукттары, химия продукттары һ.б. күп. Ф. ҡаҙанлыҡтар, механик ҡулайламалар һәм ҡорамалдар, үлсәү, медицина, оптика инструменттары һәм аппараттары һ.б. импортланып, 29,5 млн доллар (2000 й. — 11,7 млн доллар) тәшкил иткән. БР‑ҙа — Ф. мәҙәниәте көндәре (1997), Француз кинолары аҙнаһы (2010; барыһы ла — Өфөлә); Ф. “Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл бергә” Халыҡ-ара танышыу (Париж, 2008) була.

Башҡортостан м‑н Ф. араһында күптәнге тарихи бәйләнештәр бар. Башҡ. полктары рус-прусс-француз һуғышында (1806—07), Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашҡан. Париж күргәҙмәләрендә башҡ. балы, Златоуст ҡорал фабрикаһы әйберҙәре ҡуйылған. Ф. эмиграцияла Ә.Ә.Вәлидов, Б.И.Николаевский, М.А.Осоргин һ.б., ш. уҡ Аҡтар хәрәкәтендә ҡанташҡан байтаҡ кешеләр булған. Икенсе донъя һуғышы йылдарында Өфөлә халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт (ҡара: Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты) эшмәкәрҙәре Ж.‑Р.Блок, М.Торез һ.б. йәшәгән һәм эшләгән. 1960 й. “Кребс” француз фирмаһынан Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Каустик”) өсөн — терегөмөш ысулы м‑н каустик сода һәм хлор; 1976—82 йй. “Спейшим” француз фирмаһынан “Минудобрения” пр‑тиеһы өсөн бөртөклө ҡатмарлы ашламалар етештереү ҡорамалы һатып алына. 1978 й. Ф. республикаға лимузин тоҡомло һыйыр малы һатып алына. “Thom son CSF Telephone” француз фирмаһы м‑н килешеү б‑са Өфө коммутация аппаратураһы з‑ды (ҡара: “БЭТО”) төҙөлә. Башҡорттарҙың антропологияһын — Ш.Э.Уйфальви, башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) — Р.Порталь, башҡорттарҙың Крәҫтиән һуғышында (1773—75) ҡатнашыуын П.Паскаль һ.б. өйрәнгән (ҡара: Башҡорттар тураһында фән, Историография). БР ФА‑ның сит ил ағзалары итеп Ж.Батай һәм А.Каган һайланған. Нефтехимия һәм катализ институты м‑н Пьер һәм Мария Кюри ун‑ты (Париж), Перспективалы материалдар физикаһы институты һәм Руан ун‑ты, Милли политехник ин‑т (Гренобль ҡ.) ғалимдары һ.б. берлектәге тикшеренеүҙәр үткәрә. 2004 й. Шүлгәнташ археологик ҡомартҡыһында ҡая һүрәттәрен өйрәнеү б‑са БР һәм Ф. ғалимдарының берлектәге экспедицияһы ойошторола. Ф. темаһы башҡ. фольклорында, М.Ғәлиҙең “Франция дәфтәренән” шиғырҙар циклында (1972), Я.Х.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында (1983; руссаға тәржемәһе “Северные амуры”, 1987) сағылыш тапҡан. В.Гюгоның “Гаврош” (1935, 1960), Ш.Перроның “Итекле бесәй” (“Кот в сапогах”; 1952) әҫәрҙәре һ.б. башҡорт теленә тәржемә ителгән; Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Кәрим һ.б. әҫәрҙәре француз телендә нәшер ителгән. Парижда Р.Х.Нуриев йәшәгән һәм эшләгән. Ф. А.Ә.Абдразаҡов, И.И.Дилмөхәмәтов, Р.А.Заһретдинов, Р.Г.Зарипов, Л.С.Ҡыуатова, Й.М.Иҫәнбаев, Ф.М.Саттаров, Г.Ғ.Сөләймәнова, Р.Ғ.Туйсина һ.б. сығыш яһаған; рәссамдар Р.Х.Әхмәтвәлиев, С.К.Дергун, Р.И.Килмәмәтов һ.б. эштәре күргәҙмәгә ҡуйылған. Өфөлә “Францияның йәш балеты” труппаһының гастролдәре булған (1995). Урыҫ драма театры сәхнәһендә француз реж. С.Раппено — Л.Сальвэр романы б‑са “Себендәр ҡеүәте” (“Могущество мух”; 2000) спектаклен, Башҡорт драма театры сәхнәһендә француз реж. С.Лоик Р.Вальсерҙың “Бенжамент институты” (“Институт Бенжамента”) романы б‑са спектакль (2009) ҡуйған. БР‑ҙа 4 француз йәшәй (2002). “Башҡортостан—Франция” дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек респ. йәмғиәте эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика