БАЛАБАН (Falco cherrug), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ‑Көнсығыш Европала, Төньяҡ‑Көнбайыш Африкала һәм Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы яҡынса 1300 г. Ҡауырһын ҡапламы ерәнһыу һоро, аҫҡы яғы асығыраҡ, йыш ҡына ҡуңыр буй сыбарлыҡлы тоноҡ һары төҫтә. Ҡанаттарының ҡоласы 130 см тиклем, киң. Суҡышы күкһел һоро, осо ҡарағусҡыл, күҙҙәрен уратҡан тире ҡулсалары, суҡышы төбөндәге тиресәһе һәм аяҡтары һары. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси диморфизм хас: инә ҡоштар ҙурыраҡ. Моногам. Б. йыртҡыс ҡоштарҙың (йышыраҡ ялан һарының), ҡарғаларҙың, ағастарҙағы селәндәрҙең иҫке ояларында, топографик вышкаларҙа, ҡая уйымдарында оялай. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 3—6 көрән таплы охра төҫөндәге йомортҡа һала. Инә ҡош 28 көн буйы баҫа. Көндөҙгө ҡош. Имеҙеүселәр (йомрандар, сипылдаҡтар, ҡыр сысҡандары, ялмандар, ирләндәр һ.б.), ҡоштар (һабан турғайҙары, ағуналар, өйрәктәр һ.б.) һәм бөжәктәр м‑н туҡлана; аҙыҡты ерҙә тота йәки һауала ҡыуып етә. Һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғы далаһында һәм урман‑далаһында осрай. Ваҡ баҫыу кимереүселәрен юҡҡа сығарып, файҙа килтерә. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика