ФРАНС ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Живе ярусында ята, фамен ярусы м‑н ҡаплана. Фран а. (Бельгия) янында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1862). Стратотибы һәүерташтарҙан һәм риф эзбизташтарынан тора; ҡалынлығы 600 м тиклем. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң таралған. Платформалы өлөшөндә Ф.я. эзбизташтарҙан, балсыҡлы һәүерташтарҙан, ҡомташтарҙан (ҡалынлығы 260 м тиклем), Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә — терриген‑карбонат тоҡомдарынан, көнсығышында — вулкан һәм вулкан‑ултырма ҡатламдарҙан (ҡалынлығы 1500 м тиклем) ғибәрәт. Көнбайыш битләүендә аҫҡын, мәндем, доманик, һәргәй горизонттарына, көнсығышта — моҡас, боғаҙаҡ, бейәғаҙы һ.б. свиталарға бүленә.

Әҙәб.: Фамен ярусы мәҡ. ҡарағыҙ.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика