ФРАНКЕНИЯ (Frankenia), франкения һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, башлыса Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәттәренең сүллек өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда шырт Ф. (төклө тармаҡлы ярым ҡыуаҡ) һәм буҙырлы Ф. (ныҡ тармаҡлы, һирәгерәк тармаҡһыҙ бер йыллыҡ үлән). Шырт Ф. һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, бейеклеге 10—35 см; япрағы таҡыялы, ултырма тиерлек, ҡыяҡлы йәки оҙонса‑ҡыяҡлы, осло, аҫҡа табан сите уралған. Буҙырлы Ф. һабағы нескә, йәйенке, бейеклеге 10—30 см; япрағы 4‑әрләп таҡыяларҙа урынлашҡан, ҡыҫҡа һаплы, кире йомортҡа формаһында, тупаҡ йәки уйымлы, аҫ яҡтан онло ҡуныҡлы. Ф. сәскәләре дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, ваҡ, ултырма, ал йәки тоноҡ ал төҫтә, касаһы цилиндр формаһында, 4—5 ҡушылып үҫкән каса япраҡсаһынан, тажы 4—5 ирекле таждан тора; шырт Ф. — ҡалҡан рәүешле сәскәлек остарында шәлкемдәргә йыйылған; буҙырлы Ф. — йышыраҡ осраҡта яңғыҙар, япраҡ ҡуйындарында йәки һәнәк рәүешле айырылған ботаҡтарҙың остарында урынлашҡан. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — овал йәки оҙонса бер оялы ҡумта, июнь—авг. өлгөрә. Тоҙло тупраҡта һәм татырлыҡтарҙа үҫә, һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғында (Хәйбулла р‑ны) осрай. Составында антоциандар, фенолкарбон к‑талары, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Илл.: Буҙырлы франкения (Frankenia pulverulenta)

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика