ФРАГМИДИУМ (Phragmidium), тут бәшмәктәре төркөмө. Яҡынса 60 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Роза һымаҡтарҙың бер хужалы паразиттары. Пикниялары яҫы, япраҡтың өҫкө яғының кутикулаһы аҫтында урынлашҡан. Эцидияларының тышсаһы юҡ. Уредоспоралары (йәйге споралары) бер нисә шытымлы күҙәнәктәр м‑н, июлдә үҫә; телейтоспоралары (ҡышҡы) цилиндр формаһында, ҡара‑һоро, ҡара төҫтә, күп күҙәнәкле (3–22 күҙәнәктән), төбөндә төҫһөҙ һаптарҙа урынлашҡан. Ф. төрҙәре телейтоспоралар стадияһында ҡойолған япраҡтарҙа ҡышлай (яҙ көнө яңы үҫемлектәрҙе зарарлаған базидиоспоралар барлыҡҡа килтерә) йәки зарарланған үҫентеләрҙә мицелий рәүешендә һаҡлана. Роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған 60 төрҙә паразит булып йәшәй, үҫемлектәрҙең (ҡара бөрлөгән, ҡурай еләге һәм әлморондоң) тутын тыуҙыра. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика