“ФОТОНУР”, ЯСЙ. Халыҡҡа фотоға төшөрөү, ш. иҫ. фото реставрациялау, һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына 1‑се, 2‑се, 3‑сө, 13‑сө, 18‑се фотосалондар инә. 2010 й. 16 кеше эшләгән. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР халҡы. 1960 й. артелдәр базаһында Өфө көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү ф‑каһы составында Өфө фото эштәре ф‑каһы булараҡ ойошторола, 1971 й. алып Өфө фотоҡатырға комб‑ты, 1974 й. — “Нур” фотохудожество һ .м ҡатырға эштәре ПБ, 1975 й. — «Башфото “Нур”» Башҡ‑н респ. фотохудожество эштәре ПБ, 1990 й. — Фотохудожество эштәре производство ҡуртым берекмәһе, 1993 й. алып “Нур” АЙ, 1994 й. башлап дәүләт пр‑тиеһы, 1998 й. — ДУП, 2002 й. хәҙ. исемдәге ААЙ, 2016 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.