ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн фосфор сығанағы булараҡ ҡулланылған органик һәм минераль берләшмәләр. Ф.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — апатиттар һәм фосфориттар. Ф.а. сифатында ш. уҡ органик матдәләр (тиреҫ, фосфатшлак, һөйәк оно һ.б.) файҙаланыла. Ф.а. һыуҙа (аммофос, диаммофос, суперфосфаттар һ.б.), цитратта (лимон к‑таһында йәки аммоний цитратында эрей; преципитат, термофосфаттар, томасшлак һ.б.), ауыр (вивианит, фосфорит оно, һөйәк оно) эрегән төрҙәре була. Һыуҙа эрегән Ф.а. бөтә а.х. культураларына төп һәм сәсеү алды ашламаһы булараҡ, уларҙы өҫтәмә туҡландырыу өсөн, цитратта һәм ауыр эрегән Ф.а. башлыса ер эшкәртеү ваҡытында индерелә. Индереү миҡдары үҫемлектәргә эләгеү мөмкинлеге булған тупраҡ составындағы фосфорға, азотҡа, калийға, ш. уҡ ашланған культураның биол. үҙенсәлектәренә һәм ашламаны ҡулланыу ысулына бәйле. Башҡортостанда Ф.а. бөтә ауыл хужалығы зоналарында файҙаланыла, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында ҡулланыу һөҙөмтәле һанала. 20 б. 70‑се йй. уртаһында Мәләүез химия з‑дында (ҡара: “Минудобрения”; 2007 й. алып “Газпром нефтехим Салават” ААЙ составында) мал аҙығы преципитаты, 80‑се йй. башлап фосфор к‑таһы һәм ҡатмарлы минераль ашламалар етештереү үҙләштерелә. Респ. 2010 й. а.х. культураларына (100% туҡлыҡлы матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 11,6 мең т Ф.а., иң ҙур күләме (0,5—1,3 мең т) Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Шишмә р‑ндары хужалыҡтарында индерелә. А.х. культураларының һәм тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыу өсөн Ф.а. файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеге 20 б. 50‑се йй. алып Ауыл хужалығы институтында (Б.П.Шиленко), Аграр университетта (Й.А.Усманов, Н.А.Середа һ.б.), Биология институтында (М.Н.Буранғолова, Г.А.Кольцова, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: Усманов Ю.А. Фосфорные удобрения. Уфа, 1958; шул уҡ. Ашинские фосфориты и их применение на удобрение. Уфа, 1961; Кольцова Г.А., Хазиев Ф.Х., Габбасова И.М. Фосфатное состояние почв Башкортостана. Уфа, 2001.

Н.А.Середа

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика