ФОСФОРИТТАР, 10%‑тан ашыу апатит төркөмө фосфаттарынан торған экзоген тау тоҡомдары. Составына балсыҡлы, саҡматашлы, карбонатлы материалдарҙың ҡушылмалары, глауконит, кварц һ.б. инә. Ултырма Ф. ҡатлаулы, массив, төйөрлө, бөртөклө, ҡырсынташлы текстуралар, һоро төҫ (органик матдәләр иҫәбенә) хас. Фосфаттар тау тоҡомонда бер тигеҙ бүленгән йәки бөртөктәрҙә, төйөрҙәрҙә, ҡырсынташтарҙа тупланған, строматолиттар төҙөлөшөн һәм башҡа фауна ҡалдыҡтарын тултыра. Ашалыу ҡатлауҙарында Ф. аҡ һәм сыбар төҫтәге балсыҡ йөҙөндә була, ҡыуышлы, шлак, брекчия һымаҡ текстуралы таш агрегаттарын барлыҡҡа килтерә. Минераль ашламалар, һирәк осраҡта элементлы фосфор һәм уның берләшмәләрен етештереүҙә, бер ыңғайҙан ерҙә һирәк элементтарҙы һәм уранды айырып алыу өсөн ҡулланыла. БР‑ҙа Ф. Башҡорт мегантиклинорийының рифей һәм венд, Йылайыр синклинорийының — аҫҡы палеозой, Урал алдының — өҫкө палеозой, Көнсығыш Европа платформаһының өҫкө мезозой ултырмаларында, ашалыу ҡатлауҙарында табылған. Дәүләт балансы тарафынан Сураҡай ятҡылығының (Көйөргәҙе р‑ны) ҡырсынташлы мезозой Ф. һәм Һәләүек ятҡылығының (Ишембай р‑ны) микробөртөклө аҫҡы пермь Ф. запастары иҫәпкә алынған.

А.В.Кочергин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика